Һөнәри оҫталыҡты арттырабыҙ10.01.2013
Ауырғазы районында яңы йылдың тәүге көндәрендә урындағы хакимиәттең муниципаль хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар үтте. Район башлығы Марат Ишемғолов 2013 йылға бурыстар ҡуйҙы, эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу, кадрҙар ҡеүәтен арттырыуға ҡағылған мәсьәләләргә айырым иғтибар бирелде.
— Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләгән кешеләргә йәмғиәт әленән-әле яңы талаптар ҡуя. Компьютерҙарҙы һәм мәғлүмәт технологияларын, программаларҙы үҙләштереү шуларҙың иң мөһимдәре иҫәбенә инә, — тине Марат Ишемғолов.
Муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн хоҡуҡи белемде, эш этикаһын үҙләштереү буйынса дәрестәр артабан да үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.


Вернуться назад