Ҡуртымға алалар, түләмәйҙәр17.11.2011
Ошо көндәрҙә баш ҡалала “Рәсәй Федерацияһында ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре. Башҡортостан Республикаһы:
20 йыллыҡ тәжрибә һәм перспектива” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция булды. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ер-мөлкәт мәсьәләләре белгестәре, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, республиканың ҡала-райондар буйынса милек менән идара итеү комитеттары рәйестәре дәүләт милке һәм шул иҫәптән ер менән идара итеүгә ҡағылған бихисап мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Константин Толкачев белдереүенсә, ер проблемаһы – һәр ваҡыт көнүҙәк.
– Ер һәм милек мәсьәләләрен хәл итеү – республика иҡтисадының төп бурыстарының береһе. Дәүләт милкен һәм ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыуҙан килгән килем йыл һайын арта. Әммә, өлгәшелгәндәргә ҡарамаҫтан, эш бөгөн дә етерлек. Мәҫәлән, ерҙең маҡсатҡа ярашлы ҡулланылыуы ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ерҙең яртыһы һаман да милек булараҡ рәсмиләштерелмәгән. Күп өлөшө ҡуртымға алыусыларға таратып бирелгән, улар бының өсөн түләргә теләмәй, ер бер нисек тә файҙаланылмай, буш ята, – тине ул.
Азамат Илембәтов үҙенең сығышында республика ҡаҙнаһын тулыландырыу мәсьәләләренә ҡағылды.
– Төбәк ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа милек һәм ер өсөн һалымдарҙың әһәмиәте ҙур. Уларҙы тулы ҡеүәтенә файҙаланырға кәрәк. Республика милке менән һөҙөмтәле эшләгән дәүләт унитар предприятиеларын ғына ҡалдырыу зарур. Башҡалары хосусилаштырылырға тейеш. Ер буйынса ла һорауҙар бар. Ул тейешле кимәлдә баһаланмаған әле, – тине Азамат Фәттәх улы.
Премьер-министр ыңғай күренештәрҙе лә баһалап үтте. Мәҫәлән, яңыраҡ өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер бүлеү тураһында республика Законы үҙ көсөнә инде. Ошо мөмкинлектән инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә файҙалана ала.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов 2012 — 2016 йылдарға тармаҡты үҫтереү концепцияһы менән таныштырҙы. Был осорҙа республиканың ер фонды һәм дәүләт милке менән идара итеү системаһы тамырынан үҙгәртеләсәк һәм яңыртыласаҡ тип көтөлә.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад