Пенсионерҙарға ла сират етә13.12.2011
2012 йылда пенсионерҙарҙы ике яңылыҡ көтә: беренсенән, 1 февралдән пенсия күләме — 7, ә апрель башынан 2,7 процентҡа артасаҡ. Был — Дәүләт Думаһына һайлауҙарға әҙерлек барышында Хөкүмәт башлығы В. Путиндың граждандарға ишеттергән вәғәҙәһе. Икенсе яңылыҡ: Рәсәй парламентының яңы составының пенсия тураһында законға яңы йүнәлеш бирергә йыйыныуына бәйле. Был турала ноябрь урталарында ваҡытлы матбуғат хәбәр итте.
Закон проектын РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы әҙерләгән. Пенсия тураһындағы законға индереләсәк үҙгәрештәр, авторҙар быны асыҡтан-асыҡ әйтеүҙән ситләшеүгә ҡарамаҫтан, ул элекке совет системаһында эш иткән пенсия сәйәсәтенә бик оҡшаған. Мәҫәлән, пенсияға сығыр өсөн ирҙәргә — 25, ҡатын-ҡыҙҙарға 20 йыл эш стажы булыу төп шарт тип иҫәпләнеп, хеҙмәт пенсияһы алыуға нигеҙ бирә. Шулай уҡ ҡайһы бер категориялар өсөн билдәләнгән ташламаларҙы аҡрынлап бөтөрөү күҙ уңында тотола.
Һүҙ, моғайын, бөгөн ябай граждандарға ҡарағанда дәүләт яғынан финанс ярҙамын бер нисә тапҡыр күберәк алған чиновниктар, судьялар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тураһында баралыр, тип фараз итәбеҙ. Ысынлап та, бөгөн ил буйынса уртаса пенсия 8 мең һум тирәһендә тирбәлгәндә, 50-70 мең һумға ирәүәнләп йәшәгән пенсионерҙар ҙа аҙ түгел. Тик Көнбайыш илдәренән айырмалы, улар араһында матди байлыҡ тыуҙырыусылар, мәҫәлән, эшсе, игенсе йәки төҙөүселәр күренмәй, башлыса “аҡ яҡа”лылар, йәғни өҫтәл артында ултырып эшләгәндәр.
Ләкин пенсия реформаһындағы яңы йүнәлештең бойомға ашасағына шик белдереүселәр ҙә бар. Дәүләттең хеҙмәт пенсияһы түләргә мөмкинлеге юҡ, ти улар. Мәҫәлән, 2011 йылда пенсия фондының дефициты 875 миллион һумға, йәғни эске тулайым продукттың 1,6 процентына еткән. Ә алдағы йылда уның 1 триллион һумдан ашып китеүе көтөлә. Ысынлап та, етмәгән аҡсаны ҡайҙан алырға? Уның бер сығанағы табылған да инде. Әле пенсия фондына аҡса күсереүселәрҙең тупланма өлөшөндә (һәр иғәнә ике өлөшкә бүленеп, береһе — страховка өлөшө — 6 проценты ағымдағы пенсия түләүгә китһә, икенсеһе тупланып бара) 1 триллион һум йыйылған. Ошо сумманы пенсия түләүгә тотонорға тәҡдим ителә лә инде.
Проблеманың икенсе — демографик яғы ла бар. Совет осоронда һәр пенсионерға эшләгән дүрт кеше тура килһә, бөгөн һуңғылары икеләтә кәмерәк. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, социаль һалымды 34 процентҡа еткергәндә, пенсия түләү проблемаһын хәл итергә мөмкин. Әммә ул саҡта һалым түләүҙән баш тартыусылар ҙа күбәйәсәк. Ғөмүмән, пенсия мәсьәләһенең яҡын арала уңышлы хәл ителәсәгенә тулы ышаныс булмауға ҡарамаҫтан, хәл төшөнкөлөккә бирелерлек дәрәжәлә лә түгел. Дәүләт тарафынан тейешле саралар күргәндә, ысынлап та, пенсияны арттырырға мөмкин. Мәҫәлән, пенсия фондына аҡса күберәк күсерелһен өсөн эш хаҡының юғары булырға тейешлеге бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Ләкин хеҙмәткә түләүгә реформа үткәреүҙән төрлө юлдар менән баш тартып килгән депутат-министрҙарҙың позицияһы социаль ғәҙеллек тантана итеүгә юл ҡуйыу теләгенән көслөрәк. Был — бер. Икенсенән, Халыҡ-ара валюта фондында, Бөтә донъя банкында эшләп тәжрибә туплаған финанс белгесе Елена Котова фекеренсә, эшҡыуарҙарҙы төрлөсә “һауып”, уларҙың яңы эш урындары асыуға теләген һүрелдергән тәртипте бөтөргәндә генә ил иҡтисадына инвестициялар һалырға теләүселәр етерлек буласаҡ. Был осраҡта эш урындарының, тимәк, пенсия фондына түләүҙәрҙең артыуына өмөтләнергә урын ҡала. Ләкин пенсияны арттырыу, Котова фекеренсә, олигархтарҙың бурысы түгел, ә хөкүмәттең эше. Пенсия һәм пособиеларҙы лайыҡлы дәрәжәгә еткереүҙең тағы бер юлын Дәүләт Думаһы депутаты О. Дмитриева тәҡдим итә. Йылына 3 миллион һумдан күберәк килем алғандарға һалымды арттырғанда, ти ул, ҡаҙнаға өҫтәмә рәүештә 450 миллиард һум йәлеп итергә мөмкин. Был килемде, ысынлап та, пенсия һәм “бюджетниктар”ға эш хаҡын арттырыуға йүнәлтергә була. Мәҫәлән, Дмитриева тыуып үҫкән Санкт-Петербург ҡалаһында прогрессив һалым түләүгә һәләтлеләр 9 меңләп һәм, ҡала ҡаҙнаһына өҫтәп, уларҙан 50 миллиард һум йыйырға мөмкин. Ләкин, депутат фекеренсә, парламенттағы һәм хөкүмәттәге ҡайһы бер даирәләр бындай тәртипте индереүгә теш-тырнағы менән ҡаршы тора. Төрлө кампанияларҙа директорҙар советында ағза булып торған топ-менеджерҙарға йылына миллиондарса бонус һәм дивиденд түләнеүгә ҡарамаҫтан, улар пенсия фондына бер һум да күсермәй. Ғөмүмән, депутат фекеренсә, байҙар һалымды ла башҡа граждандарға ҡарағанда бик аҙ түләй.
“Норильский никель” хосуси пенсия фонды вәкиле В. Канторович был сығанаҡтарға тағы ла бер нисәне өҫтәй. Минеңсә, ти ул, пенсия махсус фондта йыйылған аҡса иҫәбенә түгел, ә тотош ҡаҙна иҫәбенән түләнергә тейеш. Бының өсөн Советтар Союзындағыға ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк чиновниктар армияһын ҡыҫҡартырға, льготаларын кәметергә кәрәк. Был тиҫтәләрсә миллиард һум экономия бирәсәк. Икенсенән, совет заманында тупланған халыҡ милкен хосусилаштырыусылар тәбиғи рента түләргә бурыслы. Был ҡағиҙә шулай уҡ тәбиғи монополияларға ла ҡағыла. Өсөнсөнән, пенсия аҡсаһының, донъяла иң алдынғы тип табылған Чили Республикаһындағы кеүек, иҡтисадты үҫтереүгә эшләүе маҡсатҡа ярашлы.
Хәҙерге Рәсәй донъяла пенсияны иң аҙ түләүселәр исемлегендә. Ләкин проблема унда ғына ла түгел, тиҫтәләрсә йыл эшләгән дә, “төтөн һанап” йөрөгәндәр ҙә бер сама пенсия ала. Был ғәҙел түгел, әлбиттә, һәм уға ниндәйҙер дәрәжәлә РФ Конституцияһының 37-се статьяһы ла булышлыҡ итә, сөнки беҙҙә эш ирекле йәки эшләмәҫкә лә мөмкин. Ул саҡта Төп Закондың 7-се статьяһында нығытылған “РФ — социаль дәүләт, уның сәйәсәте һәр кемгә лайыҡлы тормош тәьмин итеүгә йүнәлтелгән” тигән пункт менән ни эшләргә? Эшләмәгәндәргә лайыҡлы тормошто кемдәр тәьмин итергә тейеш һуң? Бөгөн ул тигеҙләп түләү кеүек социализм заманында эш иткән юл менән ғәмәлгә ашырыла. Күрәһең, хеҙмәт пенсиялары түләү тураһында закон ҡабул ителеү менән “Граждандар эшләргә бурыслы” тигән принцип эш итә башларға тейеш була.
Мәхмүт ХУЖИН.


Вернуться назад