Үткән аҙна ваҡиғаларға бай ғына булды. Донъяның ҡайһы бер илдәрендә власть һәм байлыҡ өсөн ҡыҙыу көрәш барһа, Рәсәй йәмғиәтенең кәйефендә тотороҡлолоҡҡа ынтылыш өҫтөнлөк итә.
Ливияның баш ҡалаһында һәм уның әйләнә-тирәһендә барған ҡораллы бәрелештәрҙе һуңғы айҙарҙағы иң ҡурҡыныс һуғыштарҙың береһе тип баһалайҙар. Триполиҙағы халыҡ-ара аэропортты баҫып алырға тырышыу, Ливия армияһы етәксеһе генерал Халиф Хафтарға һөжүм итеүҙәре билдәле. Күҙәтеүселәр фекеренсә, ҡасандыр оппозиция булараҡ тупланған төркөмдәрҙең хәҙер өҫтөнлөк яулау өсөн бер-береһен үлтерешеүе яңы һуғыш, илдең тарҡалыуы менән янай. Муаммар Каддафи булмағас, инҡилапсыларҙың уртаҡ дошманы юҡ, тимәк, берҙәмлек өсөн дә нигеҙ тапмайҙар. Ә бына үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡларға сәбәптәре етди – власты һәм илдең нефть-газ тармағын ҡулға төшөрөү.
Көньяҡ Осетияла иһә власть өсөн көрәш тынып ҡалды. Республика президентын һайлау йомғаҡтарына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүселәр менән ғәмәлдәге етәкселәрҙең байтаҡ ваҡыт бер-береһенә ҡаршылыҡ күрһәтеүенән һуң Рәсәйҙең аралашсылығы һөҙөмтәһендә мәсьәлә ыңғай хәл ителде: Эдуард Кокойты үҙ теләге буйынса президент вазифаһын ҡалдырҙы, уның вәкәләттәрен ваҡытлыса премьер-министр Вадим Бровцев башҡарасаҡ, ә Алла Джиоева 25 мартта үтәсәк һайлауҙа тағы ла кандидатураһын ҡуйырға вәғәҙә бирҙе.
АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон илебеҙҙең Дәүләт Думаһына һайлауҙы «башҡа һыймаҫлыҡ хәл» тип атаған. Әлбиттә, бындай нахаҡҡа ҡарата үҙ фекеребеҙҙе белдермәй ҡала алманыҡ. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы әҙерләгән махсус мөрәжәғәттә былай тип әйтелә: «Вашингтонда күптән инде иҫкергән ҡалыптар буйынса эш итәләр: беҙҙең тауыш биреү даирәһендә ысынында ни барғанын тикшереү хаҡында уйлап та ҡарамай, мәсхәрәле ярлыҡ тағырға ашығалар…»
Американың киң мәғлүмәт саралары Мәскәүҙәге хәлдәрҙе бик ентекле күҙәтеп бара. Шул тиклем «иғтибарлылар», хатта ҡайһы саҡта уйҙырманы ла хәҡиҡәт менән бутап ебәрәләр. Яңыраҡ АҠШ-тың «Фокс» телеканалы илебеҙҙең баш ҡалаһында оппозицияның митинг ойоштороуы хаҡында һөйләгәндә Греция полицияһының демонстранттар менән һуғышыуын күрһәткән, ти. Бәхеткә күрә, беҙҙә бер-береңә ҡаршы таш атыуға, биналарға үрт һалыуға тиклем барып етеүселәр юҡ. Киреһенсә, Мәскәүҙәге митинг тыныс, хатта байрам кеүек үткән, күптәр майҙанға тамаша ҡылыу, таныш-тоноштары менән күрешеү өсөн генә барған.
Сит ил башлыҡтарының беҙҙәге һайлау йомғаҡтарына ҡарата дәғүә белдереүен Премьер-министр Владимир Путин ашығыс һәм нигеҙһеҙ тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең коммерцияға ҡарамаған күп кенә ойошмалары бүтән дәүләттәрҙән финанс ярҙамы ала, был күренешкә нығыраҡ иғтибар итеү мөһим. «Әгәр гуманитар мәсьәләләргә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы эшмәкәрлек тураһында һүҙ барһа, бер ниндәй ҡаршылығыбыҙ юҡ. Тик был аҡсаның һайлау эшендә файҙаланылыуына юл ҡуйырға ярамай, – тине ул. – Илебеҙ эске сәйәси проблемаларын үҙе яйға һалыр».
Владимир Путин илдең тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзаларына ҙур өмөт бағлай. Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат булараҡ, үҙенең һайлау штабын да ул фронтташтары менән тулыландырмаҡсы. Үткән аҙнала был штабҡа етәксе итеп билдәле кинорежиссер Станислав Говорухин тәғәйенләнде, Халыҡ фронтының тағы бер нисә әүҙемсеһе ағза булып инде. «Уларҙың ниндәй партияла тороуы, кем булып эшләүе мөһим түгел. Һәр ҡайһыһының – үҙ йүнәлеше. Минеңсә, эш һөҙөмтәле буласаҡ», – тине Владимир Владимирович.
Әйткәндәй, үткән аҙнала Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат булып «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Сергей Миронов та теркәлде. Был сәйәсмән, хәтерләһәгеҙ, 2004 йылдағы президент һайлау кампанияһында ҡатнашып, 0,75 процент тауыш йыйғайны.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында Башҡортостандан нисә депутат эшләйәсәге билдәле булды. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, төбәккә 16 мандат эләккән: «Берҙәм Рәсәй»ҙән – 12, Коммунистар партияһынан – ике, Либераль-демократик партия менән «Ғәҙел Рәсәй»ҙән берәр кеше үтәсәк. Кандидаттарға рәсми хат ебәрелгән, биш көн эсендә улар илдең закондар сығарыу системаһында эшләргә ризалығын белдерергә йәки депутатлыҡтан баш тартырға тейеш. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, халыҡҡа мөрәжәғәтендә әйтеүенсә, Дәүләт Думаһына китмәйәсәк, республиканың именлеге һәм үҫеше мәнфәғәтендә әлеге вазифаһында эшен дауам итәсәк.
Даян МӘЖИТОВ