Стәрлетамаҡҡа өмөт бағлайбыҙ05.01.2013
Стәрлетамаҡҡа өмөт бағлайбыҙЯңы йыл алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Стәрлетамаҡ-Арена” тип аталған яңы спорт һарайында булды. Уны төҙөү 2007 йылда башлана, әммә тиҙҙән туҡтап ҡала. 2011 йылда Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса эш яңыртыла.

Ике ҡатлы бинала 2500 урынлыҡ тамаша залы менән боҙ аренаһы, спорт майҙансығы, кейем алмаштырыу һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, бокс, көрәш залдары, тренажер үҙәге урынлашҡан. Объекттың смета хаҡы 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Универсаль спорт комплексы хоккей, фигуралы шыуыу, мини-футбол, баскетбол, волейбол буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн бөтә нормаларға тап килә.
Рөстәм Хәмитов, комплексты ҡарап сыҡҡандан һуң, спортсылар менән аралашты. Улар араһында Ванкуверҙағы Паралимпия уйындарында дүрт тапҡыр чемпион булған Ирек Зарипов та бар ине. Ул Президентҡа күптән түгел генә Финляндиялағы донъя кубогы этабынан әйләнеп ҡайтыуы һәм әле 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Паралимпиадаға әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитов спортсыға артабан да еңеүҙәр теләне.
— Ике йыл элек ошонда килеп, төҙөлөшкә бәйле ниндәй сара күреү хаҡында уйланғайныҡ. Эште туҡтатырғамы, әллә аҙағына еткерергәме? Мәсьәләне хәл итеү өсөн көс тә, теләк тә табылды. Күреүебеҙсә, бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы тағы ла бер мөһабәт бинаға эйә булды. Был ваҡиғаны көтөп алдыҡ. Республикала ошондай комплекстар әлегә күп түгел. Бындай кимәлдәге алты-ете объект ҡына бар. Күберәк төҙөргә кәрәк. Яһалма боҙ түшәлгән һарайҙар ҡорасаҡбыҙ. Минеңсә, Стәрлетамаҡ өсөн бер генә спорт һарайы аҙ. Ҡала үҫә, беҙ уға ҙур өмөт бағлайбыҙ, — тине республика Президенты объектты асыу тантанаһындағы сығышында.


Вернуться назад