Власть Төп Законға ярашлы эшләргә тейеш13.12.2011
Ун һигеҙ йыл элек 12 декабрҙә Рәсәйҙең яңы Төп Законы ҡабул ителде
Конституция ябай булмаған сәйәси шарттарҙа эшләнде. Был хәл ил өсөн ошо мөһим документтың йөкмәткеһендә сағылмай ҡалманы. РСФСР халыҡ депутаттарының I съезы 1990 йылда Рәсәйҙең яңы Конституцияһы проектын эшләү бурысын ҡуйҙы. 1991 йылдың октябрендә Президент Борис Ельцин тәүге проектты Рәсәй халыҡ депутаттарының V съезында тикшереүгә сығарҙы. Әммә документ ҡабул ителмәне. 1992 йылдың апрелендә уҙғарылған VI съезда ла проект кире ҡағылды, уның тексына Рәсәй Федератив дәүләте төҙөлөшөнөң төп принциптарын билдәләгән Федератив договорҙы индерергә тәҡдим ителде. Әммә республика вәкилдәре әйткән иҫкәрмәләрҙең береһе лә проектта иҫәпкә алынманы.
1993 йылдың 25 апрелендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй референдумы ошо мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Әммә ул да илдәге конституцион көрсөктө еңеп сығыуға булышлыҡ итмәне. Хәлдән сығыу юлын эҙләп, Президент Төп Закондың альтернатив проектын тәҡдим итте. Оппозиция уны “монархия” һәм “авторитар” Конституция тип атаны. 1993 йылдың йәйендә Конституция кәңәшмәһе саҡырылды. Ул проектҡа ҡайһы бер тәҡдимдәрен индерҙе, билдәле бер килешеүҙәргә өлгәште. Әммә илдең Юғары Советы был документты хуплауҙан баш тартты. Ҡаршылыҡ һөҙөмтәһендә киҫкен сәйәси көрсөк тыуҙы. Халыҡ депутаттары съезы таратылды. Конституцияның тулы проекты 1993 йылдың 12 декабрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй референдумында ҡабул ителде.
Яңы Конституция юғары дәүләт власы органдары структураһын ярайһы уҡ үҙгәртте. Унда власты айырыу принциптары нығытылды. Төп Закон Рәсәй Президентын дәүләт башлығы тип иғлан итә һәм уға Конституцияны, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, Рәсәй Федерацияһының суверенитетын, бойондороҡһоҙлоғон, дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлау, дәүләт власы органдарының эшмәкәрлеген һәм үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итеү бурысын йөкмәтә. Конституцияға ярашлы кешенең хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары иң юғары ҡиммәт булып тора, һәм дәүләт уны яҡларға бурыслы. Рәсәйҙең ғәмәлдәге Конституцияһы башҡаларынан айырмалы идеологик һәм сәйәси күп төрлөлөктө, шәхси милекте таный.
Төп документ Рәсәй дәүләтенең федератив ҡоролошон нығытты. Уның тәүге статьяһы Рәсәйҙе демократик федератив хоҡуҡи дәүләт тип иғлан итә. 11-се статьяһында, Рәсәй Федерацияһы һәм уның субъекттарының власть органдары араһындағы хакимиәт даирәһен һәм вәкәләттәрҙе айырыу Конституция, Федератив һәм башҡа договорҙар менән тормошҡа ашырыла, тип билдәләнә.
Конституцияның төп тәғәйенләнеше шунда: ул дәүләт тормошоноң төп ҡағиҙәләрен билдәләргә тейеш. Әммә гарантиялар биреү генә аҙ. Власть үҙенең сәйәсәтен һәм эшмәкәрлеген Төп Закон менән яраштырып, йәмғиәт алдындағы яуаплылығын даими тойорға бурыслы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад