Төбәк башлығы борсолмаҫҡа өндәне29.12.2012
Яңы йыл ишек ҡаҡҡанда баш ҡаланың төп баҫмаһы — “Вечерняя Уфа” гәзите — хәбәрселәре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Байрам алдынан булһа ла, әңгәмә халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләргә арналды.

Өфө халыҡ-ара кимәлдәге саммиттарҙы ҡабул итергә йыйына, шуға күрә Президенттан: “Мөһим сараларға әҙерләнеп өлгөрөрбөҙмө? Әле күпләп төҙөлгән ҡунаҡханаларға аҙаҡ ихтыяж булырмы?” — тип һоранылар.
— Мин быға бик ышанам, сөнки Өфө артабан үҫәсәк, — тине Рөстәм Зәки улы. — Ҡунаҡханалар мәсьәләһе халыҡты борсорға тейеш түгел, сөнки уларҙы шәхси эшҡыуарҙар төҙөй, ҡаҙна аҡсаһы тотонолмай. Һәр хәлдә, Өфөлә отелдәр бик кәрәк.
Дөйөм алғанда, һөйләшеү йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә лә ҡағылды: мәғариф, социаль тармаҡ, инвалидтар, “аҡыллы” йәмғиәт төҙөү, волонтерлыҡ, алданған өлөшсөләр, хәйриә эшмәкәрлеге, торлаҡ менән тәьмин итеү, ҡала мөхитен яҡшыртыу...
Ағиҙел йылғаһының йылдан-йыл һайығыуы күптәрҙе борсой икән.
— Бында тәбиғәт шарттары ла үҙ өлөшөн индерә: һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ сәбәпле һыу ташмай. Шулай ҙа тәбиғәттәге циклдар алмашыныуына ышанырға ҡала — Волга бассейны аҙ һыулылыҡ осорон кисерә, уның 25-30 йыл дауам итеүе ихтимал. Ә аҙаҡ барыһы ла үҙ урынына ҡайтыр, моғайын, — тип яуап бирҙе Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад