Һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәштек29.12.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Дәүләт Советының Президент Владимир Путин үткәргән “Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырыу тураһында”ғы мәсьәлә ҡаралған ултырышта ҡатнашты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Кәңәшмә йомғаҡтарына аңлатма биреп, Рөстәм Хәмитов былай тине: “Инвестиция эшмәкәрлеге — беҙҙең өсөн тәү сираттағы бурыс. Рәсәй Президенты Владимир Путин һүҙ алып барған стандарттарҙы ғәмәлгә индереү буйынса Стратегик инициативалар агентлығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Был бурыс бер йылға ғына иҫәпләнмәгән, уның йүнәлештәре бик күп. Ярайһы уҡ һөҙөмтәгә өлгәшәбеҙ. Быйыл Башҡортостан аласаҡ инвестициялар күләме лә ошо хаҡта һөйләй. Үҫеш 20 проценттан ашыу тәшкил итә, был — яҡшы күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, Стратегик инициативалар агентлығы стандарты менән билдәләнгән 15 мотлаҡ пункттың 9-ы ғына беҙҙә тормошҡа ашырылған. Ҡалған йүнәлештәр буйынса киләһе йыл мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ”.