Дәғүә нигеҙле булырға тейеш10.12.2011
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, һуңғы йылдарҙағы төп сәйәси сараларҙың береһе булараҡ, илдә бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булғандарҙың күпселеге гражданлыҡ бурысын үтәне, был халыҡтың үҙ киләсәгенә, дәүләттең артабанғы яҙмышына битараф түгеллеген иҫбатлай.
Башҡортостанда ла йәмғиәттең әүҙемлеге күҙәтелде. Тауыш биреүселәрҙең 70 проценттан ашыуы илдәге бөгөнгө сәйәси ҡоролошто хупланы. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер урындарҙа һайлау һөҙөмтәләренә ҡарата дәғүә белдереүселәр бар. Айырыуса илдең баш ҡалаһындағы һәм айырым төбәктәрҙәге хәл-ваҡиғалар аңлашылып етмәй.
– Оппозицияның талаптарына ҡолаҡ һалыу мөһим, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев. – Кешеләрҙең үҙ фекерен белдерергә хоҡуғы бар, һайлау йомғаҡтарына ҡарата ризаһыҙлыҡ тыуған һәм дәғүәләшәләр икән, был – ҡәҙимге күренеш. Әлеге шарттарҙа Үҙәк һайлау комиссияһына етешһеҙлектәрҙе ентекле тикшереп сығырға, тейешле саралар күрергә кәрәк. Һөҙөмтәләрҙе рәсми иғлан итеү өсөн иртәрәк тип һанаһалар һәм өҫтәмә ваҡыт талап ителһә, ҡабаланмаҫҡа мөмкин. Тик был факттарға һәм ҡануниәткә нигеҙләнергә тейеш.
Ил Хөкүмәте башлығы Владимир Путин да был мәсьәләгә күҙ йомманы. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары менән осрашыуында ул былай тине:
– Митинг ойоштороусыларҙың бер өлөшө билдәле сценарий буйынса эш итә һәм бик тар сәйәси маҡсаттар ҡуйған. Әммә беҙҙең Рәсәй халҡы әлеге ваҡиғаларҙың, Ҡырғыҙстандағы һәм Украиналағы кеүек, барлыҡ илде ялмауын теләмәй. Бер кемгә лә мәхшәр кәрәкмәй!
Премьер-министрҙың әйтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары бындай ваҡытта уяуыраҡ булырға тейеш. «Беҙҙең кәмәне юрый сайҡаталар. Планетаға кем хужа икәнен онотмағыҙ, һеҙҙең илдең эске сәйәсәтенә лә йоғонто яһарлыҡ мөмкинлегебеҙ бар, тип белдерергә теләүселәрҙең фетнәһе был. Һайлау эшен сит ил аҡсаһына алып барырға маташыуға юл ҡуйырға ярамай!» – тине Владимир Владимирович.
Башҡортостандағы тауыш биреү йомғаҡтары дөйөм Рәсәйҙекенән ныҡ ҡына айырыла. Һәр ваҡыттағыса, беҙҙә ауыл халҡы әүҙемерәк ҡатнашты, ә улар, белеүебеҙсә, республикала йәшәүселәрҙең яҡынса 40 процентын тәшкил итә. Күҙәтеүселәр һайлау һөҙөмтәләренә урындағы халыҡтың ниндәй милләттән булыуының, ҡайһы динде тотоуының да ҙур йоғонто яһауын билдәләй. Был мосолман халыҡтары күпләп йәшәгән райондарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең 90 проценттан ашыу тауыш йыйыуында, либерал-демократтарҙың абруйы һаман да түбәнерәк төшөүендә асыҡ күренә. Жириновский һайлау алдынан башҡорт менән татарға йылытыу селтәрҙәре, һыу һәм газ вәғәҙә итеп ҡараны, тик, күрәһең, беҙҙе монголдар янына сүллеккә ҡыуып ебәреү менән янауын әле онотмағанбыҙ.
Республикала һайлау һөҙөмтәләре көтөлгәнсә булды, тиергә мөмкин. «Берҙәм Рәсәй»ҙән башҡаларҙың һайлау комиссияһына дәғүәләре нигеҙлеме һуң? Бәлки, бүтәндәрҙе ғәйепләр алдынан үҙҙәренә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәктер? Коммунистар партияһы яҡлылар артты, был — бәхәсһеҙ.
Һайлауҙы ойоштороусыларҙың үҙ бурысын намыҫлы башҡарыуына шик юҡ.
Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад