“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, үҙ баҫыуҙарында иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу маҡсатында төрлө ысул ҡулланып эш итеүе менән республикала ғына түгел, хатта бөтә донъяға билдәле.
Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламовтың тырышлығы менән хужалыҡта йылдың-йылы техника паркын яңыртыу бара. Бөгөн хужалыҡтың баҫыуҙарында, малсылыҡта тиҫтәләгән яңы сит ил техникаһы эшләүендә һәм тармаҡтың заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителеүендә, һис шикһеҙ, етәксенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Нуль технологияһын уңышлы ҡулланған хужалыҡ үткән йыл үҙ паркын Аргентинала етештерелгән сәскестәр, комбайндар менән тулыландырһа, быйыл Англияның “Alvan Blanch” фирмаһы лицензияһы буйынса Новосибирск ҡалаһында етештерелгән заманса иген киптергес һатып алған. Агрегаттың ҡеүәтенә килгәндә, ул тәүлегенә 500 тонна иген эшкәртеүгә һәләтле. Был ҡоролма республикала берәү генә, хаҡы — 12 миллион һум. Шулай уҡ хужалыҡ лизинг килешеүе буйынса 6 миллион һумға дүрт махсус сапҡыс һатып алған.
Хужалыҡ рәйесе Раил Фәхрисламов әйтеүенсә, артабан да кооперативта эшләүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу, яңы техника һатып алыу, малсылыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыу, мал һанын кәметмәү, хеҙмәт хаҡын күтәреү кеүек проблемаларҙы уңышлы хәл итеү юлдары өйрәнелә. Заман менән бергә атлаған, булдыҡлы һәм уңған хужа булғанда, был эштәрҙең тиҙ арала атҡарылып сығырына тулы ышаныс бар.
Шуныһы һөйөнөслө: Раил Салауат улы Фәхрисламов күптән түгел республикала “Йыл рәйесе” исеменә лайыҡ булды.
Әбйәлил районы.