Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовтың бындай баһаға лайыҡ булыуы юҡҡа түгел.
Киң эрудициялы, заманса ҡарашлы, үҙенең эш алымдары менән төбәктә генә түгел, республикала ла билдәле булған тәжрибәле етәксе һанаулы ғына ваҡыт эсендә райондың төрлө яҡлап үҫешен тәьмин итеүгә өлгәште. Бығаса төп социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса артҡа тәгәрәгән төбәк һуңғы ике йылда яңы һулыш алды, район хакимиәтенең маҡсатлы эше, республика Хөкүмәтенең ярҙамы менән ғәйәт ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәште. Бөгөн районда бихисап етештереү объекты төҙөлөүе һәм файҙаланыуға тапшырылыуы, Баймаҡ ҡалаһында торлаҡ, социаль әһәмиәттәге биналар һалыныуы — быға асыҡ миҫал. Социаль инфраструктураны үҫтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын яңы кимәлгә күтәреү, газ үткәреү, юлдар төҙөү буйынса күп эшләнә. Ғөмүмән, барлыҡ өлкәләр буйынса ла үҫешкә өлгәшелгән. Быны республиканың билдәле белгес-эксперттары ла раҫлай.
Быйыл Ҡуянтау ауылында 108 урынлыҡ өр-яңы мәктәп, Ниғәмәттә — мәҙәниәт йорто, Ҡуянтау, Басай, Әмин, Бетерәлә иман йорттары ҡалҡты. Әле Баймаҡ ҡалаһында 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, үҙәк ҡала дауаханаһының йоғошло сирҙәр бүлексәһе өсөн бина, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм етем балалар өсөн 24-әр фатирлы ике торлаҡ йорт, етемдәр өсөн икешәр фатирлы биш өй, Талҡаҫ күле янындағы “Орленок” балалар лагерында яңы корпус һалына. Бер үк ваҡытта Күлтабан ауылында 1280 баш малға иҫәпләнгән мегаферма төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша, “Талҡаҫ” шифаханаһында яңы объекттар буйынса эш алып барыла.
Баймаҡ районы — инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеп, производстволар асыу буйынса иң һөҙөмтәле эшләгән төбәктәрҙең береһе. Быны районға эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та юғары баһалағайны. Мәҫәлән, инвестор көсө менән ҡалала “Башҡорт деликатестары” ит комбинаты асылды, тиҙҙән Темәстә һөт эшкәртеү комбинаты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле Бетерә ауылында ағас эшкәртеү заводы төҙөлә, киләһе яҙ ул тәүге продукцияһын сығарасаҡ. Икенсе Этҡолда иһә брикет һәм пеллет етештереүсе предприятие асыласаҡ — бөгөн унда ла эш ҡыҙыу бара. Семеновка ауылы эргәһендә алтын, баҡыр һәм цинк мәғдәне ятҡылығын үҙләштереү дауам итә, планлаштырылған инвестиция күләме — өс миллиард һумға яҡын. Әле производствоға 365 миллион һум инвестиция һалынған. Бында тау-байыҡтырыу фабрикаһы төҙөү күҙ уңында тотола.
Илшат Хәмит улы аҫаба халыҡ ерҙәрен, дәүләт байлығын һаҡлап ҡалыу буйынса күп эш атҡарып сыҡты. Тап уның тырышлығы менән ошоғаса вәхшиҙәрсә таланған тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуҙа тәртип урынлаштырылды. Шуларҙың иң мөһиме — район урмандары ситтәргә бирелмәне, ә бының өсөн урындағы эшҡыуарҙарҙан “Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы” ойошторолдо. Хәҙер баймаҡтар үҙ урманын үҙҙәре эшкәртә. Шул уҡ ваҡытта районда тәбиғи ташты производство кимәленә сығарыу һәм эшкәртеү буйынса яңы предприятие булдырылды.
Агросәнәғәт тармағында ҙур һынылыш яһалды. Йыл да ҡабатланған аяуһыҙ ҡоролоҡҡа, баҙар иҡтисады ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, район ауыл хужалығының төп потенциалын һаҡлап ҡалды, предприятиелар һәм фермерҙар дәүләт программалары буйынса ярҙам алыуға өлгәште. Шуныһы һөйөнөслө: тиҙҙән районда ҡеүәтле агрохолдинг үҙ эшен башлаясаҡ. Ул “Көньяҡ Урал” МТС-ын, “Уңыш” ауыл хужалығы кооперативын, “Баймаҡ” ғилми-етештереү берекмәһен һәм “Күлтабан” предприятиеһын берләштергән ҙур дәүләт предприятиеһы буласаҡ.
Баймаҡ районы.