"500 ферма": әһәмиәтле лә, файҙалы ла27.12.2012
Республикала ҡабул ителгән "500 ферма" программаһы Башҡортостандың аграр сәйәсәтендә мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. 2012 – 2016 йылдарҙа уға ярашлы төбәктә кәмендә 500 һөтсөлөк фермаһы төҙөләсәк һәм үҙгәртеп ҡороласаҡ.
Ошо осорға һауымды кәмендә 30 процентҡа арттырыу (йылына һәр һыйырҙан уртаса 4500 килограмм), 25 мең баш тоҡомло үрсем алыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа күтәреү (һәр эшсе 700 мең һумлыҡ продукция етештерәсәк) һәм малсыларҙың эш шарттарын яҡшыртыу, технологияларҙы яңыртыу, йәш белгестәрҙе ауылға йәлеп итеү кеүек бурыстар билдәләнгән. Былтыр республикала барлыҡ категориялағы хужалыҡтар тарафынан тулайым һөт етештереү күләме 1 миллион 680 мең тонна тәшкил итһә, 2016 йылға был күрһәткесте 2 миллион 220 мең тоннаға еткереү маҡсаты ҡуйыла.
Бөгөн 40 райондан 85 аграр хужалыҡ ошо программа буйынса эшләй, айырыуса Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары әүҙем ҡушылды.
– Республикала ҡабул ителгән "500 ферма" программаһы – ул беҙҙең яңылыҡ. Фермаларҙы үҙгәртеп ҡороуға илдә беренселәрҙән булып тотондоҡ. Беҙгә биш йыл дауамында йыл һайын 100 ферманы реконструкцияларға кәрәк. Уларҙың һәр ҡайһыһына уртаса 40 миллион һум сығым талап ителә, шуның 16 миллион һумы кире ҡайтарып биреләсәк. Биш йылда 500 ферма – ул беҙҙең лозунг. Беҙ уны, һис шикһеҙ, тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тигәйне республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй ауыл хужалығы министры Николай Федоров ҡатнашлығында Өфөлә үткән аграр кәңәшмәләге сығышында.