Инвестор ҙа йылыға эйәләй27.12.2012
Төбәккә инвестиция йәлеп итеү быйыл да республика етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡалды.

Алдынғы халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары ла республикабыҙҙың инвестициялар йәлеп итеүгә етди әҙерлеген билдәләй: мәҫәлән, "Форбс" журналының рейтингы буйынса илдең бизнес алып барыу өсөн иң уңайлы 30 төбәге араһында 13-сө урынды биләйбеҙ. Быйыл республика тәүге тапҡыр Рәсәйҙең иң уңышлы үҫешкән 20 төбәге иҫәбенә инде. Шулай уҡ Башҡортостан — Рәсәйҙең конкурентлыҡ һәләте буйынса иң ҡеүәтле ун төбәге иҫәбендә. Былар бөтәһе лә етәкселектең дөрөҫ сәйәсәт алып барыуын дәлилләй.
Әйткәндәй, республикаға инвестиция йәлеп итеү тиҙлеге дөйөм Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға артҡан. Быйыл беҙгә 253 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған. Был дөйөм Рәсәй буйынса үҫештән дә байтаҡҡа юғары.
Бындай үҫешкә инвесторҙарға етди ташламалар яһау аша өлгәшелде тип әйтеү ҙә дөрөҫ булыр. Мәҫәлән, быйылдан килемгә һалым буйынса льготалар биргән закондар үҙ көсөнә инде – хәҙер һалым ставкаһы бер йылдан биш йылға ҡәҙәр 13,5 процентҡа тиклем кәметелде. Ҙур инвесторҙарға был йәһәттән бүтән төрлө өҫтөнлөктәр ҙә етерлек: 2–5 миллиард һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыусылар биш йылға тиклем мөлкәткә һалымдан азат ителә, ә унан да күберәк аҡса һалғандар – ун йылға.
Бөгөн тормошҡа ашырылған байтаҡ проекттар, мәҫәлән, "Русгидро" холдингының ҡеүәтле гидроэлектростанция (инвестиция күләме – 21 миллиард һумдан ашыу) һәм "Альстом" холдингының гидроэнергетика ҡорамалдары етештереүсе ҙур завод (беренсе өлөшөнә генә 400 миллион евро һалынасаҡ) төҙөлөүе генә лә байтаҡ башҡа төбәктәргә өлгө булырлыҡ. Иҡтисади ғына түгел, социаль яҡтан да иғтибарҙы йәлеп иткән тармаҡтар бар. Бөгөн республика халҡының яртыһы тиерлек ауылда көн итә. Шуға ла ауылда һөтсөлөк, сусҡасылыҡ фермалары төҙөлөшөн киңәйтеп, эш урындарын булдырыу – мөһим йүнәлештәрҙең береһе. 2015 йылға ауыл хужалығында дөйөм күләме 50 миллиард һумдан ашыу тиҫтәләрсә инвестиция проекты бойомға ашырылыр тип күҙаллана.
Беҙҙең төбәктең яртыһы урман менән ҡапланған, был да ошо тармаҡҡа иғтибар йүнәлтеүҙе талап итә. Республика етәкселеге 500 миллион һумлыҡ ағас эшкәртеү предприятиеһы төҙөргә теләүсе инвесторҙы табыуға өлгәште.
Туризм да иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ: мәҫәлән, туристар һанын йылына йөҙәр меңгә арттырыу күҙаллана. Бының өсөн аныҡ аҙымдар яһала ла инде. Мәҫәлән, тау саңғыһы курорттарын арттырыу күҙ уңында тотола.
Әле республикала дөйөм күләме 400 миллион һум самаһы тәшкил иткән 60-тан ашыу өҫтөнлөклө инвестиция проекты бойомға ашырыла. Бөгөн уларҙың күбеһенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Ошо өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшһәк, киләһе 2013 йыл ысынлап та инвестициялар йәһәтенән үҫеш осорона әүерелеүе ихтимал.


Вернуться назад