Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, һис шикһеҙ, илдәге иң көслө, тәжрибәле сәйәсмәндәрҙең һәм абруйлы төбәк башлыҡтарының береһе булып ҡала. Быны йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәктәренең тикшеренеү һөҙөмтәләре лә, халыҡ-ара кимәлдә танылған рейтинг агентлыҡтарының баһалары ла раҫлай.
Йыл сәйәси йәһәттән дә, иҡтисад һәм социаль өлкә өсөн дә еңелдән булманы, шулай ҙа Рөстәм Зәки улының һәр һынауҙы лайыҡлы үтеүен билдәләргә мөмкин. Тәү сиратта, әлбиттә, Рәсәй Президентын һәм Өфө ҡалаһы Советына депутаттар һайлау йомғаҡтарына иғтибар итергә кәрәктер. Әгәр республикабыҙ халҡының күпселеге илдә һуңғы йылдарҙа яйға һалынған социаль именлектең, сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡтоң дауам итеүе өсөн тауыш биргән икән, тимәк, улар Федераль үҙәктең ышанысын яулап, төбәк парламенты депутаттары тарафынан һайлап ҡуйылған ғәмәлдәге Президенттың эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирә. Баш ҡала Советына башлыса “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаларының үтеүе лә Рөстәм Хәмитовтың абруйы тураһында һөйләй. Ни тиһәң дә, Президентыбыҙ уларҙы “Минең фекерҙәштәр командаһы” тип атағайны. Төрлө кимәлдәге власть органдары яуаплылығындағы ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл иткәндә берҙәмлектән, бер-береңә ышаныстан да мөһимерәк шарт юҡтыр.
Рөстәм Зәки улының һәр фекере, аҙымы тиерлек йәмәғәтселектең иғтибарына эләкмәй ҡалмай. Ошо йәһәттән Президенттың республика Хөкүмәтенә етәкселек итеүҙе үҙ иңенә алыуын, аҙаҡ башҡарма власты үҙгәртеп ҡороуын иң мөһим ваҡиға тип баһаларға нигеҙ бар. Реформаның бер нисә сәбәбен билдәләргә мөмкин. Беренсенән, элегерәк Премьер-министр беҙҙә айырым сәйәси фигура тип һаналды, уның вәкәләттәре шаҡтай киң ине. Бәлки, был уҙған йылдарҙағы үҫеш курсы өсөн ҡулайыраҡ булғандыр — илдә демократия нигеҙҙәрен нығытҡансы, идара итеүҙә ҡаты ҡуллылыҡ ҙур әһәмиәткә эйә ине бит. Хәҙер иһә Хөкүмәт башлығын министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү өсөн яуаплы чиновник, техник вазифа биләүсе булараҡ ҡына күҙ алдына килтерәбеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рөстәм Хәмитов президент посын ҡабул итеп алғандан бирле башҡарма власҡа үҙе етәкселек итте, Премьер-министрға ихтыяж юҡ ине тиерлек. Икенсенән, власть структураһын үҙгәртеп ҡороу буйынса бик ҙур саралар башланып ҡына тора. Киләсәктә дәүләт хеҙмәткәрҙәрен мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу һәм, Хөкүмәтте Президент Хакимиәте аппараты менән берләштереп, уртаҡ дилбегәне республика башлығы ҡулына тапшырыу тураһында һүҙ алып барыла.
Рөстәм Зәки улына ышаныс һәм ихтирам артҡандан-арта. Һуңғы осорҙа Президенттың мәғариф һәм мәҙәниәт проблемаларына етди иғтибар биреүе, был өлкәләрҙә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хәстәрҙәре менән яныуы, ул ғына ла түгел, ошо маҡсатта аныҡ сараларҙы тормошҡа ашыра башлауы ҡыуандыра. Һис шикһеҙ, республикабыҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге изге ниәттәрҙең барыһы ла бойомға ашыр.