Константин Толкачев — комиссия етәксеһе27.12.2012
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советының Милли именлекте закондар менән тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса комиссияһын етәкләйәсәк, тигән мәғлүмәт бирҙе республика парламентының матбуғат хеҙмәте. Федерация Советының Оборона һәм именлек комитеты рәйесе Виктор Озеров, шулай уҡ Дәүләт Думаһының Именлек һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек комитеты рәйесе Ирина Яровая уның урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.

Закон сығарыусылар советы ҡарамағындағы консультатив орган булған комиссияның төп бурысы — федераль закон сығарыусы, Федераль Йыйылыш палаталары менән Рәсәй төбәктәренең закон сығарыу органдары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте тәьмин итеү, милли именлекте, коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлекте закондар нигеҙендә көйләү мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр индереү. Закон сығарыусылар советы Федерация Советының, Дәүләт Думаһының, төбәктәрҙәге закон сығарыу органдарының вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырыу алымдарын камиллаштыра, уларҙың үҙ-ара бәйләнешен көйләй. Федераль ҡануниәттең, төбәк ҡануниәтендәге үҫештең өҫтөнлөктәрен һәм йүнәлештәрен билдәләү, дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү йәһәтенән булышлыҡ күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм башҡалар Советтың төп бурыстары иҫәбенә инә. Закон сығарыусылар советына Федерация Советы, Дәүләт Думаһы рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендәге дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары етәкселәре инә.


Вернуться назад