Киләсәге өмөтлө27.12.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекама ҡалаһында эш сәфәрендә булды.
Республика етәксеһе 40 фатирлыҡ яңы торлаҡ йортто ҡарап сыҡты. Бина Башҡортостандың Социаль торлаҡ төҙөү фонды аҡсаһына төҙөлгән. Рөстәм Хәмитов бүлмәләрҙең сифатын баһаланы, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә дүрт фатирҙың асҡысын тапшырҙы. Ҡалған 36-һы аҙ тәьмин ителгән граждандарға, йәш ғаиләләргә, күп балалыларға һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә бирелде. Киләһе йыл Нефтекамала 135 фатирлыҡ тағы ла бер социаль йорт һалыу күҙаллана.
“НефАЗ” заводында Рөстәм Хәмитов “Marcopolo” пассажирҙар автобусын сығарыу линияһын ҡараны, алюминий ҡатнашмаһынан техника етештереү менән танышты.
Былтыр “НефАЗ” йәмғиәтенең иң ҙур акционеры булған “КамАЗ” менән Бразилияның “Marcopolo” компанияһы Рәсәйҙә автобус йыйыу һәм һатыу буйынса берлектәге предприятие ойоштороу, уны Нефтекама автозаводында урынлаштырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. 2016 йылғаса предприятиела йылына өс мең самаһы автобус эшләп сығарыу күҙаллана.