Тотороҡлолоҡто һайланыҡ27.12.2012
Тотороҡлолоҡто һайланыҡРәсәйҙә — яңы президент. Хәйер, бер заман ошо вазифала һигеҙ йыл эшләп киткән Владимир Путинды яңы тип әйтеү бик дөрөҫ тә түгел. Һәр хәлдә, быйыл ил халҡы сираттағы тапҡыр Владимир Владимировичҡа ышаныс белдерҙе һәм иң юғары вазифаға тап уны һайлап ҡуйҙы.

Башҡортостан, һәр ваҡыттағыса, илдең мөһим сәйәси сараһында ҙур әүҙемлек күрһәтте — һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 76,38 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
Владимир Путин өсөн — 75,28, Геннадий Зюгановҡа — 14,18, Владимир Жириновскийға — 3,64, Михаил Прохоровҡа — 3,64 һәм Сергей Мироновҡа 2,49 процент тауыш бирелгән. Һәр ваҡыттағыса, ауыл райондары ҙур әүҙемлек күрһәткән. Балтас, Тәтешле, Хәйбулла, Илеш, Бөрйән, Ҡариҙел яҡтарында күрһәткес айырыуса һәйбәт. Ҡалалар араһында Сибай һәм Салауатҡа етеүсе булмаған, уларҙағы тауыш биреү участкаларына һайлаусыларҙың 78 проценттан ашыуы килгән. Өфөлә Калинин районы әүҙемерәк булып сыҡты — 71,91 процент.
Путин — беҙгә таныш сәйәсмән, һәм уның артабан нисек эш итере яҡынса булһа ла билдәле. Тәүге тапҡыр ил Президенты булып һайланғанда уның алдында Рәсәйҙе дәүләт булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу бурысы тора ине. Күреүебеҙсә, ул быға өлгәште. Хәҙер Путинға яңы бурыстар ҡуйырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк.
Был юлы Владимир Владимировичтың власҡа килеүе тәүге тапҡырҙағы кеүек еңел булманы, ҡаршылар ҙа етәрлек ине. Элек бигүк тауыш сығармаған оппозиция вәкилдәре әүҙемләште, митингка сығыуҙар ҙа булды. Тик, нисек кенә булмаһын, халыҡтың күпселеге сираттағы тапҡыр уға ышанысын белдерҙе, һәм әле үк өмөт аҡлана башланы ла инде.
Әйткәндәй, ил Президенты менән бергә муниципаль Совет депутаттары өсөн дә тауыш бирҙек. Өфө ҡала Советына депутаттар һайлау айырыуса көсөргәнешле шарттарҙа уҙҙы. Ҡайһы бер сәйәси партиялар тәҡдим иткән кандидаттар бысраҡ уйындар алып барырға, “һоро” технологиялар ҡулланырға тырышһа ла, бик килеп сыҡманы. Ғөмүмән, республика мөһим кампанияларҙы лайыҡлы уҙғарыуға өлгәшә алды.


Вернуться назад