Бүлешкәндән байлыҡ арта ғына25.12.2012
Башҡортостан менән Беларусь республикаларын күп йыллыҡ дуҫлыҡ ҡына түгел, ә ике яҡ өсөн дә файҙалы иҡтисади хеҙмәттәшлек тә бәйләй. Был өлкәлә эштәр электән яйға һалынған, әммә ошо арала ул яңы кимәлгә күтәрелде. Быға тиклем беҙҙекеләр уларҙа бер нисә мәртәбә булып, төрлө тармаҡтарҙа тәжрибә өйрәнгәйне, хәҙер улар беҙгә килде.
Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән Беларусь Республикаһының архитектура һәм төҙөлөш министры Анатолий Ничкасов ҡатнашлығында эш ултырышы булды. Уға тиклем министр Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында булып ҡайтҡайны. Уны был ҡалаларҙа сода һәм быяла етештереү ҡыҙыҡһындырған булып сыҡты.
— Беҙҙе сода, каустик содаһы, аш-һыу содаһы етештереү бик ҡыҙыҡһындырҙы. Сөнки беҙҙең республикала был тармаҡ бөтөнләй юҡ. Хәҙер Беларустә Башҡортостан менән берлектә ошондай уртаҡ предприятие булдырыу тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Ул беҙгә бик кәрәк булыр ине, һеҙҙең яҡ өсөн дә файҙалы, — тине Анатолий Ничкасов.
Салауат ҡалаһында иһә быяла етештереү менән танышҡандар. Был йәһәттән Беларустә “Гомельбыяла” тигән ҙур предприятие бар, әммә уларҙы “Салауатбыяла”ның яңы энергия һаҡлаусы технологияһы буйынса эшләгән быялаһы ҡыҙыҡһындырған. Был йәһәттән дә беҙҙең тәжрибәне өйрәнмәкселәр.
Башҡортостанға ла Беларусь Республикаһы менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы ҙур. Айырыуса төҙөлөш йәһәтенән ҡыҙыҡлы.
— Минскиҙа булғанда һеҙҙең төҙөлөш комплексының нисек эшләгәнен күрҙем. Ул биналарҙа ла, юлдарҙа ла, торлаҡта ла сағыла. Аңлауыбыҙса, АҠШ һәм Европаның иң яҡшы өлгөләре өйрәнелгән. Беҙгә хәҙер һеҙҙең технологиялар кәрәк, сөнки алдағы йылдарҙа бик ҙур төҙөлөш көтөлә, — тине Рөстәм Хәмитов.
Бынан тыш, Рөстәм Зәки улының әйтеүенсә, агросәнәғәт комплексы тармағында ла уларҙың тәжрибәһе өлгөлө. Белоруссияла ер сифаты хөртөрәк булһа ла, бик яҡшы уңыш алыуға өлгәшәләр. Сәбәбе — яңы технологиялар менән ашламаларҙың киң ҡулланылыуында.
Һөйләшеү һөҙөмтәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында бик ҙур программа төҙөлдө. Ул, юғарыла әйтелгәндәрҙән тыш, машиналар һәм станоктар эшләү, ҡала транспорты, төҙөлөш һәм башҡа тармаҡтар буйынса ла хеҙмәттәшлекте күҙаллай.