Рөстәм Хәмитов берләшеп эшләү яҡлы22.12.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте ултырышында сығыш яһаны. Сарала илдә эш шарттарын яҡшыртыу, инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Президентының фекеренсә, федераль структураларға ла инвестиция йәлеп итеү эшенә ҡушылырға кәрәк.
— Минеңсә, федераль кимәлдә ҙур тармаҡ бурыстарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән махсус идара итеү структураларын ваҡытлыса ойошторорға мөмкин. Сит илдәрҙәге баҙарҙа бындай тәжрибә бар. Мәҫәлән, химия өлкәһендә ошондай бурыс ҡуйыла. Уны нисек тормошҡа ашырырға? Йүнәлештәр бик күп. Төбәк кимәлендә генә быны эшләп булмай. Шуға күрә федераль кимәлдә яуаплы үҙәктәр ойошторолһа, эшләү еңелерәккә тура килер ине. Биш йыл үтеп, бурыс тормошҡа ашырылһа, структураны үҙгәртергә мөмкин. “Роснано”ның эшен быға миҫал итеп килтерергә мөмкин. Төбәктәргә баһа критерийҙарын үҙгәртергә кәрәк, тип уйлайым, сөнки география ла, кадрҙар ҙа, шарттар ҙа төрлө. Магадан менән Свердловскиҙы, Ҡурған менән Мәскәүҙе сағыштырырға ярамай. Беҙҙәге кеүек республикала сәнәғәт етештереүенең бер процентҡа артыуы ла Рәсәйҙең ҙур булмаған ҡайһы бер төбәгендәге 10 процентлыҡ үҫештән байтаҡҡа күберәк. Киләһе тәҡдим — федераль Хөкүмәт менән аныҡ объекттар һәм проекттар буйынса берлектәге эште көсәйтеү, — тине Рөстәм Хәмитов кәңәшмәләге сығышында.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад