Мөһим мәсьәләләр ҡаралды22.12.2012
Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың осрашыуы булды.

Ил Премьер-министры менән республика башлығы инвестиция йәлеп итеү, Башҡортостанда социаль-иҡтисади өлкәне үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөү, 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышын, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек тураһында һүҙ барҙы.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад