Владимир Путин, билдәле сәбәптәр буйынса дүрт йыл туҡтап торғандан һуң, журналистар менән аралашыу йолаһын тергеҙҙе. Кесе йома ул 4 сәғәт тә 33 минут дауамында сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән 1226 журналистың һорауҙарына яуап бирҙе.
Темалар даирәһе бик киң ине. Улар илдең тышҡы һәм эске сәйәсәтенә, иҡтисади һәм социаль хәленә, Хөкүмәт эшмәкәрлегенә, Владимир Владимировичтың шәхси тормошона ла ҡағылды. Беҙҙе, әлбиттә, Рәсәй Президентының милли республикаларҙың артабанғы яҙмышы тураһындағы һорауға яуабы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
— Рәсәй империяһында милли состав буйынса территориаль берәмектәргә бүлеү булмаған. Губерналарҙан торған ил һәйбәт йәшәгән. Хәҙер элеккегә ҡайтырға мөмкинме? Белмәйем. Рәсәй составындағы милли республикалар менән кәңәшләшергә кәрәк. Был өлкәләге көсөргәнешлелек беҙгә һис кәрәкмәй. Теләһә ниндәй ҡарар ике юл менән ҡабул ителә ала: референдум йәки парламент ҡарары нигеҙендә. Бәлки, социаль-иҡтисади йәһәттән тотороҡлолоҡ тәьмин итеү өсөн төбәктәрҙе берләштереү тураһында һөйләүҙең мәғәнәһе барҙыр, әммә һауыт-һаба араһындағы фил кеүек эш итергә ярамай, — тине Владимир Путин был хаҡта.
Бик күп һорау тыуҙырғаны АҠШ-тағы “Магнитский законы” һәм Дәүләт Думаһы уға ҡаршы ҡабул иткән ҡанундар булды. Сит ил граждандарына Рәсәйҙең етем балаларын тәрбиәгә биреү-бирмәү проблемаһы ла көнүҙәклеген юғалтмай.
— Граждандарыбыҙҙың бик ҙур өлөшө сит ил кешеләренең беҙҙең балаларҙы уллыҡҡа алыуына ҡаршы икәнлеген беләм. Был мәсьәлә буйынса шөғөлләнергә, үҙебеҙҙең балаларҙы ватандаштарыбыҙға биреүҙе отошлораҡ итергә кәрәк. Бюрократик ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү, ғаиләгә бала алыусыларға ярҙамды арттырыу мөһим, — тине ил башлығы.
Ә. ИЛДУСОВА.