Илебеҙҙең сәйәси тормошонда ниндәй генә шау-шыу булмаһын, власть ҡоролошон нығытыу буйынса ниндәй аҙым яһалмаһын, беҙҙәге федерализм артабан да йәшәр тигән ышаныс бар. Әлеге Рәсәй Конституцияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә иһә республикаларҙың мәнфәғәте икенсе планға күскән һымаҡ. Ни генә булмаһын, милли төбәктәрҙең йәшәүгә һәләтлелеген инҡар итеү мөмкин түгел.
Был беҙҙең Башҡортостанға ла ҡағыла. Республикабыҙҙың үҙ Конституцияһы бар. Төбәгебеҙ, уның күп милләтле халҡы 19 йыл элек ҡабул ителгән ошо Төп Законға нигеҙләнеп йәшәй. Ҡануниәтте яҙыу һәм ҡабул итеү ниндәй шарттарҙа үткән? Уның бөгөнгө торошо ҡәнәғәтләнерлекме? Киләсәктә үҙгәрештәр булыуы күҙалланамы? Республика Конституцияһын яҙыуҙа ҡатнашҡан, уның ике тиҫтә йылға яҡын дәүерҙә кисергән яҙмышының туранан-тура шаһиты булған шәхес — Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Мансур ӘЙҮПОВ менән әңгәмәбеҙ, нигеҙҙә, ошо хаҡта.
— Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителеүгә19 йыл тулды. Әммә уның тарихы күпкә тәрән тигән һүҙҙәр ҙә ысынбарлыҡҡа тура килә һымаҡ. Мансур Әнүәр улы, ошо йәһәттән һеҙҙең фекер ниндәй?
— Иң тәүҙә “конституция” һүҙенең мәғәнәһен төшөндөрөп китәйек. Ул латинса “ҡоролош” тигәнде аңлата. Икенсе мәғәнәһе — боронғо Рим императорының айырым акттары ошондай төп ҡанун әһәмиәтенә эйә булған.
Фәнгә күҙ һалғанда, конституция ике төргә — яҙылғанға һәм яҙылмағанға — бүленә. Иң тәүге конституция акты XII быуатта Бөйөк Британияла барлыҡҡа килгән. Ул “ирек хартияһы” тип аталған. Ошо уҡ илдә 1689 йылда — “Хоҡуҡ тураһында”ғы билль, 1919 йылда — “Һайлау тураһында”ғы, 1949 йылда “Парламент тураһында”ғы закондар ҡабул ителгән. Уларҙың барыһы ла Бөйөк Британияның яҙылмаған Конституцияһын тәшкил итә.
Быларҙы ни өсөн һөйләйем һуң? Белеүегеҙсә, беҙҙә конституция булмаған тип баралар. Мәктәптә лә шулай тип уҡыттылар. Һөҙөмтәлә был мәсьәләгә ике төрлө ҡараш йәшәй. Мәҫәлән, тарих фәндәре докторы Салауат Ҡасимов: “Беҙҙең яҙылған Конституция юҡ”, — тип белдерә. Юридик фәндәр докторы Венир Сәмиғуллин иһә: “Конституцион акттарыбыҙ булған”, — ти. Мин дә шул фекерҙә. Беҙҙең конституция акттары Башҡорт милли шураһы тарафынан 1917 йылдың 15 ноябрендә ҡабул ителгән. Унда дәүләт ҡоролошо, парламенттың нисек булырға тейешлеге, административ-территориаль бүленеш, ер ҡануниәте, финанс тураһында, дөйөм алғанда, дәүләткә кәрәкле бөтә закон булған. Ғәмәлдә, беҙҙең ул осорҙағы конституция акттары буржуаз дәүләткә хас.
Тимәк, 1919 йылдың 20 мартында Эшсе-крәҫтиән Совет Хөкүмәте менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһын булдырыу хаҡында килешеү төҙөлгәнгә тиклем үк беҙҙә конституция акттары булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хаҡта бик аҙ мәғлүмәткә эйәбеҙ. Минеңсә, мәсьәләне ныҡлап өйрәнергә, киң яҡтыртырға кәрәк.
1920 йылдың йәйенә, Башҡорт Хөкүмәте таралғанға тиклем, килешеүҙәге байтаҡ пунктты ғәмәлгә ашырып өлгөрәләр: мәҫәлән, кантон шураларын, башҡарма комитеттарын төҙөйҙәр.
Артабан, 1925 йылда, Советтарҙың Бөтә Башҡортостан съезы Конституция ҡабул итә. Зәки Вәлидиҙекен үҫтергән һәм нығытҡан төплө документ була ул, әммә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты тарафынан раҫланмай, ҡайһы бер положениелары ғына закондарҙа тормошҡа ашырыла.
Тарихыбыҙҙағы ошо ваҡиғаларҙы белмәйенсә тороп, бөгөнгө ҡануниәткә баһа биреү мөмкин түгел. Әгәр шул осорҙа үҙаллылыҡҡа ынтылыш булмаһа, әлеге Конституциябыҙ ҙа яҙылмаҫ ине. Халыҡтың хәтере, үҙаңы шәжәрә, эпос, ҡобайырҙар кеүек үк, быуындан быуынға күсә килә. Ниндәйҙер бер үҫеш кимәленә күтәрелгән милләт артҡа сигенергә һис ҡасан риза булмаясаҡ.
— Башҡортостандың бөгөнгө Төп Законы ниндәй юл үтте?
— Совет осорондағы конституцияларға айырым бер ҡалып хас ине. Улар “юғары”нан төшөрөлдө, шул килеш ҡабул ителде. 1993 йылда барлыҡҡа килгән Башҡортостан Конституцияһы иһә вәкәләттәре киң, үҙаллы республикаға ынтылышты сағылдырҙы. Үҙаллы эшләнгән, иң тулы, бөтөн Төп Ҡануниәт булды ул. Ә әһәмиәте нимәлә? Мөһимлеге һәм башҡа закондарҙан өҫтөнлөгө шунда: Рәсәйгә үҙ иркебеҙ менән тапшырған вәкәләттәрҙән башҡаһын үҙебеҙ хәл итәбеҙ. Ә структураһы былай: Конституцияның тулылығы төрлө өлкәләге ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе, әйтәйек, дәүләтселек нигеҙҙәрен, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын, власть органдарын, административ-территориаль ҡоролошто формалаштырыу мәсьәләләренең нисек көйләнеүенә бәйләнгән.
Ошо Конституция нигеҙендә республиканың үҙ закон сығарыу системаһы булдырылды, 20 кодекс, 400-ҙән ашыу закон ҡабул ителде. Сағыштырып ҡарағанда, шул осорҙа закон сығарыуҙа Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан күпкә уңышлы эшләгәнбеҙ.
2000 йылда Президент В.В. Путин Рәсәй дәүләтен нығытыу мәсьәләһен көн үҙәгенә ҡуйғас, шул ваҡыттан әлегә тиклем республика Конституцияһына ете тапҡыр төҙәтмә индерергә, уны федераль ҡануниәткә яраҡлаштырырға тура килде.
— Ошо йәһәттән “Беҙҙең Конституцияның әһәмиәте кәмене” тигәнерәк һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала...
— Яңылыш фекер. Беҙ — дәүләтле, Конституциялы халыҡ. Ошо хәҡиҡәтте аңлап, үҙебеҙҙә ғорурлыҡ тойорға, алға ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән атларға тейешбеҙ.
Әлбиттә, ҡануниәттең үҙгәреүе тәбиғи. Уның һығылмалы, тормош ағышына ҡарап көйләнеүсән документ икәнлеген аңлау мөһим. Әйтәйек, әле Рәсәй Конституцияһын үҙгәртеү хаҡында ла һүҙ бара.
Шул уҡ ваҡытта Төп Закондың үтәлеше үҙебеҙгә, хакимиәт органдарына бәйле. Мәҫәлән, унда дөйөм демократик һәм социаль мәсьәләләр бар. Ошо яҙылғандарҙы тиҙерәк үтәйһе ине. Хеҙмәткә, торлаҡҡа, белем алыуға һәм башҡаға хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡшы итеп үҙләштереп, дөрөҫ файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Әлбиттә, ҡайһы бер осраҡта аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға.
— Мәҫәлән, тел мәсьәләһендә...
— Эйе, был йәһәттән фекерҙәр икегә бүленеп тора. Беҙ туған телебеҙҙе һаҡларға, үҫтерергә теләһәк, ҡайһы берәүҙәр быға ҡаршы. Милли һыҙаттарҙан тиҙерәк ҡотолайыҡ, дөйөм рәсәйлек юлына баҫайыҡ, тиҙәр. Эйе, Рәсәйҙә йәшәгәс, киләсәктә бөтә милләттәр дөйөм гражданлыҡ һыҙатына эйә булыр. Әммә әлегә халыҡтар бар бит әле, уларҙы яһалма рәүештә тиҙләтеп бөтөрөргә ярамай, был мөмкин дә түгел. Атаҡлы ғалимыбыҙ Дамир Вәлиевтең: “Милләт донъя менән бергә яңырып ҡына үҙен һаҡлай ала, ә телде һаҡлау ғаиләнән, ата-әсәнән башланырға тейеш”, — тигән һүҙҙәре бар. Ысынлап та, бөгөнгө шарттарҙа милләтте үҫтереүҙең заманса, һөҙөмтәлерәк юлдарын табырға кәрәк.
Ошо йәһәттән Конституцияла ла ҡапма-ҡаршылыҡ килеп сыға. Мәҫәлән, телебеҙҙе һаҡлау өсөн берәүҙәр ундағы тел тураһындағы положениеларҙы үтәргә кәрәк тиһә, икенселәр дөйөм гражданлыҡ һыҙаттарын үҫтереү өсөн белем биреүҙәге милли компонентты бөтөрөүҙе хуп күрә. Минеңсә, милләт үҙенең үҫеш мөмкинлеген файҙаланып, гражданлыҡ һыҙаттарын үҙләштерергә тейеш. Был мәсьәләләр әлеге Конституцияла сағылыш тапҡан, әммә тормошҡа ашырыу формаһы юҡ. Уны мотлаҡ табырға кәрәк.
— Мансур Әнүәр улы, Башҡортостан Конституцияһы көнө уңайынан республика халҡына ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Алда әйтеп үткәнемсә, беҙ — бына быуатҡа яҡын дәүерҙә Конституцияға эйә булған халыҡ, һәм был өҫтөнлөгөбөҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ошо ҡаҙанышыбыҙҙың ҡәҙерен белергә, һаҡларға, ҡануниәттәге хоҡуҡтарҙан дөрөҫ файҙаланып, уларҙың ыңғай үҫешенә йоғонто яһарға бурыслыбыҙ.
Тормош үҙгәреп тора. Рәсәйҙең федератив дәүләт икәнлеген һәр ваҡыт иҫтә тотоп, ниндәй генә заман булмаһын, киләсәктә халҡыбыҙ имен-аман булыр тигән ышаныста йәшәйек.
Дилбәр Ишморатова әңгәмәләште.