Тормош сифатын яҡшыртыу өсөн17.11.2011
Башҡортостан Хөкүмәтенең 9 ноябрҙәге ҡарары менән 2011 — 2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программа раҫланды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Президентының ошо райондарҙы үҫтереүгә ҡағылған бойороғо программаны эшләү өсөн нигеҙ булды, ул 2010 йылдың 24 декабрендә сығарылғайны.
Программа төньяҡ-көнсығыш райондарҙың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү һәм халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында эшләнгән.
Программаның һәм ошо ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновҡа йөкмәтелгән.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад