Юрист кәңәштәре21.12.2012
Кемгә мөрәжәғәт итәйем?

— Мин дүрт бала әсәһе. Өс-дүрт йыл элек бер ир менән йәшәгәйнем. Ул балаларҙың биологик атаһы булмаһа ла, рәсми рәүештә уны атай тип яҙҙырҙыҡ. Әле беҙ уның менән айырылыштыҡ. Быға тиклем балаларға пособие ала инем, ә хәҙер бирмәй башланылар. Пособие алыр өсөн алимент түләтергә ғариза бирмәүем һәм аҡса алмауым тураһында справка талап итәләр. Ә элек ни бары аңлатма ғына яҙып биреү етә ине. Проблема шунда: миңә бындай справканы бер кем дә бирмәй. Мировой судҡа, хакимиәткә һәм суд приставтарына мөрәжәғәт итеп ҡараным — бер аныҡ ҡына яуап та юҡ. Закон буйынса бындай справканы кем бирергә тейеш тә, миңә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә була?
Флүрә,
Күгәрсен районы.


— Баланы ҡарау өсөн алимент һәм башҡа түләүҙәрҙе мәжбүри алыу менән суд приставтары хеҙмәте шөғөлләнә. Тимәк, алимент талап итеүгә ҡағылышлы эш буйынса башҡарыу ҡарарының булыу-булмауы тураһындағы справканы улар бирә ала. Һеҙгә бының өсөн суд приставтары хеҙмәтенә яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны үҙегеҙ йәшәгән урын буйынса ла, элекке ирегеҙ йәшәгән урындағы приставтарға ла бер юлы яҙығыҙ. Теркәлгән яҙма мөрәжәғәткә теләһә ҡайһы федераль орган закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә яуап бирергә бурыслы.

Башҡа дәғүәсе булмаһа

— Васыятнамә буйынса атайымдан мираҫ ҡалды. Уны ҡабул итеүсе булараҡ, милеккә хоҡуҡ тураһындағы танытманы 6 ай үтмәҫ элек ала аламмы? Был осраҡта башҡа вариҫтар юҡ икәне нисек иҫбат ителә?
Зариф,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


— Ҡануниәт мираҫты ҡабул итеп алыу өсөн 6 ай ваҡыт билдәләгән. Башҡа вариҫтарҙың булмауын дәлилләү һеҙҙең бурыс түгел — улар үҙҙәре ошо ваҡытта мираҫҡа дәғүә итергә тейеш. Әгәр ярты йыл эсендә өлгөрмәһәләр, уларға үҙ хоҡуҡтарын суд аша яҡларға тура киләсәк. Шулай ҙа, Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1163-сө статьяһында әйтелеүенсә, мираҫты алты айҙан иртәрәк тә алырға мөмкин. Бының өсөн бары тик бүтән вариҫтарҙың юҡлығын дәлилләргә кәрәк. Бик ауыр мәсьәлә булғанлыҡтан, нотариустар был аҙымды яҡлап бармай. Башҡа вариҫтарҙың юҡлығын иҫбат итеү өсөн ауыл Советынан йәки ЖЭУ-ҙан белешмә килтерергә кәрәк. Ҡануниәттә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлау буйынса шарттар билдәләнмәгән, шулай булғас, уның ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен нотариус үҙ яуаплылығына ала.


Вернуться назад