Көҙгө сессия тамамланды21.12.2012
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары кисә быйылғы көҙгө сессияның һуңғы ултырышына йыйылды. Көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә сығарылды.
Депутаттар ҡараған закон проекттарының ҙур ғына өлөшө 2013 йылдың ғинуарында көсөнә инергә тейеш. Шуға күрә күбеһе һуңғы уҡыуҙа ҡаралды һәм тулыһынса ҡабул ителде. Мәҫәлән, һайлау тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү хаҡында күмәк саралар үткәреү урындарына ҡағылышлы закон проекттары ошондайҙар рәтенә инә. Әйткәндәй, күмәк саралар үткәреү урыны тураһындағы закон проекты һорауҙар тыуҙырҙы һәм асыҡлыҡ индерелеп ҡабул ителде.
Алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән закон проекттары ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан темаларҙың береһе ине. Хәҙер яңы закон буйынса теге йәки был проблемалы йортто сафҡа индереү йөкләмәһен үтәгән төҙөүселәргә ошо объектты һалып бөткәндән һуң ер участкаһын бушлай алыу хоҡуғы биреләсәк.
Депутаттар иғтибарына торлаҡ өлкәһенә, транспорт һалымына ҡағылышлы закон проекттары сығарылды. Улар ҙа, тиҙ арала эшләй башларға тейешлеге сәбәпле, тулыһынса ҡабул ителде. Дүрт участкаға мировой судьялар тәғәйенләнде. Шулай уҡ парламенттың бер нисә ҡарары, федераль закон проекттары тикшерелде.
Быларҙан тыш, пленар ултырышта депутаттарҙың яҙғы сессияға яҡынса эш планы ҡаралды. Ә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев көҙгө сессиялағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны.
Дөйөм алғанда, йыл республика парламенты өсөн уңышлы ғына тамамланды. Алдағы сессияға яңы пландар һәм йөкләмәләр ҡуйылған, бурыстар билдәләнгән.
Ә. ӘЙҮПОВА.