Беҙгә электрон белем бирәсәктәр21.12.2012
Сеулға ике көнлөк сәфәр барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала электрон белем биреү һәм электрон хөкүмәт системаларын ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Сәфәр йомғаҡтары буйынса ИТАР-ТАСС-ҡа ул ошо хаҡта һөйләне.

— Беҙ электрон уҡытыу мәсьәләләре буйынса бәйләнештәрҙе яйға һалыу маҡсатында килдек. Корея Республикаһы — был йәһәттән донъяла алдынғыларҙың береһе. Беҙ электрон белем биреү һәм электрон хөкүмәт темаһы менән шөғөлләнергә теләйбеҙ. Улар киләсәктә инвесторҙар йәлеп итеү, өр-яңы мәғлүмәт һәм индустрия парктары ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Мәғариф, фән һәм технологиялар, шулай уҡ Инновация иҡтисады министрлыҡтарында үткән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә бер нисә килешеүгә өлгәшелде. Улар электрон уҡытыу системаһын үҫтереүгә ҡағыла.
— “Самсунг электроникс” етәкселеге менән осрашыуҙа ғинуарҙа Өфөгә электрон хөкүмәт йүнәлеше буйынса эшләү өсөн бер төркөм белгестәр килеүе хаҡында һөйләштек. Улар программа, ҡорамалдар, шул иҫәптән компьютерҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡараясаҡ. “Самсунг электроникс” компанияһы республикабыҙҙағы баҙарҙың ҡеүәтен юғары тип тапһа, Башҡортостанда Рәсәй, шулай уҡ Үҙәк Азия дәүләттәре өсөн ошондай ҡорамалдар сығарыу буйынса предприятие төҙөү мөмкинлеген ҡараясаҡ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, февраль айында Өфөгә электрон белем биреүҙе үҫтереү, электрон университет, махсус структуралар һәм уҡытыу үҙәктәре асыу буйынса белгестәр киләсәк. Электрон белем биреү мәктәптәргә һәм вуздарға ғына ҡағылмай, ул шулай уҡ белемде камиллаштырыу, икенсе юғары белем алыу, төрлө курстар асыу, пенсия йәшендәге кешеләрҙе уҡытыу, компьютерҙы үҙләштереү мәсьәләләрен үҙ эсенә ала.
ИТАР-ТАСС.


Вернуться назад