Рөстәм Хәмитов — Сеулда19.12.2012
17 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация Корея Республикаһының баш ҡалаһы Сеулға килде. Сәфәрҙең маҡсаты — хөкүмәт ағзалары менән осрашыуҙар үткәреү, мегаполистың инфраструктураһы менән танышыу, ҙур компаниялар менән эшлекле бәйләнеш булдырыу, электрон белем биреү һәм заман коммуникациялары өлкәһендә тәжрибә өйрәнеү.

Тәүге көндө Рөстәм Хәмитов “Инчхон” халыҡ-ара аэропорты етәкселеге менән осрашты һәм донъялағы иң ҙур аэровокзал комплекстарының береһенең эшмәкәрлеге менән танышты. Һөйләшеү Өфөлә яңы халыҡ-ара терминал төҙөү тураһында барҙы. Ул 2015 йылда баш ҡалала буласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә аласаҡ.
— Ике осоу-ултырыу һыҙаты булған аэропортыбыҙ теләһә ниндәй типтағы самолеттарҙы ла ҡабул итә ала, — тине Рөстәм Зәки улы. — Әле беҙ сәғәтенә 700-800 пассажирҙы хеҙмәтләндерә алған яңы халыҡ-ара терминал проектлау өҫтөндә эшләйбеҙ.
“Инчхон” аэропорты етәкселеге фекеренсә, планлаштырылған комплекс үткәреү һәләтлелеге яғынан бик ҡулайлы буласаҡ, унда йылына 7 миллион кеше хеҙмәтләндереләсәк. Корея партнерҙары һәр яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Һөҙөмтәлә ике яҡлы Килешеү төҙөлдө.
“Samsung Electronics” офисында халыҡ-ара корпорацияның Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре ҡаралды. Республика делегацияһына компанияның яңы эшләнмәләре күрһәтелде. Улар араһында “Электрон хөкүмәт”, “Аҡыллы ҡала”, “Электрон белем биреү” проекттары булды.
— Беҙ Башҡортостанда электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ һәм һеҙҙең алдынғы тәжрибәне өйрәнергә теләйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — Мин “Samsung”тың Рәсәйҙәге предприятиеларында булғаным бар, унда эш юғары кимәлдә ойошторолған. Шундай предприятиеларҙың беҙҙең республикала ла барлыҡҡа килеүен теләйбеҙ һәм иң уңайлы шарттар булдырырға әҙербеҙ.
“Samsung”тың етәкселеге менән аралашҡанда Рөстәм Зәки улы Башҡортостанда типлы data-үҙәк булдырырға һәм аҙаҡ был проектты бөтә Рәсәйгә таратырға тәҡдим итте. Әлегә бындай мәғлүмәт эшкәртеү үҙәктәре илдең бер нисә төбәгендә генә бар, ә ихтыяж ҙур.
Сеул ҡала университетында делегация ғалимдар менән осрашты. Рөстәм Хәмитовҡа университеттың почетлы докторы дәрәжәһе бирелде.
— Башҡортостан менән Корея фәндәре, беҙҙең университеттар араһында ғилми бәйләнештәр нығынһын өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡмын, — тине Рөстәм Зәки улы тантана барышында.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад