Иҫке тәгәрмәстәрҙе ташламай тороғоҙ10.12.2011
8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте, “Яңы проекттарға булышлыҡ итеү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, агентлыҡтың генераль директоры Андрей Никитин һәм йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Галушка документты ҡултамғалары менән нығытты.
Килешеү Рәсәй Федерацияһы субъектының башҡарма власть органдарының төбәктә уңайлы инвестиция мөхитен тәьмин итеү стандартын һынап ҡарау һәм ғәмәлгә индереү йәһәтенән яҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота. Килешеүгә ярашлы, яҡын арала стандартты ғәмәлгә индереү планы эшләнәсәк һәм раҫланасаҡ. Килешеүҙә ҡатнашыусылар һынау һөҙөмтәләре буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.
Документ бер йылға төҙөлдө. Уның ғәмәлдә булыу ваҡытын артабан да оҙайтыу мөмкинлеге бар.
Өфөлә туҙған автомобиль шиналарын утилләү юлы менән юғары сифатлы резина етештереү буйынса завод төҙөү берлектәге проекттарҙың береһе булыуы ихтимал. Әле проекттың бизнес-планы буйынса эш тамамланып килә.


Вернуться назад