Өфөлә ИТАР-ТАСС кәңәшмә үткәрәсәк10.12.2011
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Рәсәйҙең мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС)” предприятиеһының генераль директоры Виталий Игнатенко менән осрашты.
Осрашыу барышында Башҡортостанда “Волга буйы федераль округы иҡтисадына инновациялар индереүҙе мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү” семинар-кәңәшмәһен ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Сара Өфөлә 11 — 13 декабрҙә үтәсәк. Унда Рәсәйҙең күп төбәктәренән агентлыҡтың үҙ хәбәрселәре йыйыласаҡ. ИТАР-ТАСС тарафынан һәм республика Президенты Хакимиәте булышлығында ойоштороласаҡ семинар-кәңәшмә Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәрелә.