Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышында республика парламентының декабрь сессияһына көн тәртибе төҙөлдө. Унда ҡырҡҡа яҡын мәсьәлә инде.
Депутаттар ҡарауына республика әһәмиәтендәге 30-ҙан ашыу закон проекты сығарылды. Уларҙың күбеһе киләһе йылдың ғинуарынан көсөнә инергә тейеш, шуға күрә декабрҙәге ултырышта һуңғы уҡыуҙа ҡараласаҡ. Араларынан Башҡортостан Республикаһы Президентын саҡыртып алыу тәртибе тураһында, Һайлау тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү хаҡында, шулай уҡ күмәк саралар үткәреү урындарына ҡағылышлы закон проекттарын айырып билдәләргә мөмкин. Әйткәндәй, парламентта һуңғыһының йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылыуын билдәләнеләр. Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең блогына, шулай уҡ депутаттарға граждандарҙан байтаҡ тәҡдим килгән, профсоюздар ҙа әүҙемлек күрһәткән, әммә ниңәлер сәйәси партиялар фекер алышыуҙа ҡатнашмаған.
Президиум 2012 йылға республика бюджеты күрһәткестәрен үҙгәртеүҙе күҙаллаған закон проектын да көн тәртибенә индерҙе. Килем артыуға бәйле ҡаҙнаның сығым өлөшөнә төҙәтмә индереү күҙаллана. Мәҫәлән, дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларындағы педагогтарҙың эш хаҡын арттырыуға һәм дөйөм белем биреү системаһын яңыртыуға 1,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Шулай уҡ 2008–2012 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереүҙең республика программаһын тормошҡа ашырыуға аҡса күләмен арттырыу күҙ уңында тотола.
Өс закон проекты алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелә. Уларҙың береһендә, теге йәки был “проблемалы” йортто сафҡа индереү буйынса йөкләмә алған төҙөүселәргә ошо объектты һалып бөткәндән һуң ер участкаһын бушлай алыу хоҡуғы биреләсәк, тип билдәләнә. Депутаттарҙың фекеренсә, бындай сара алданған өлөшсөләрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә теләгән төҙөлөш ойошмалары өсөн ярайһы уҡ файҙалы буласаҡ.
Бынан тыш, 20 декабрҙә үтәсәк ултырышта депутаттар парламенттың бер нисә ҡарарын, федераль закон проекттарын тикшерәсәк, айырым суд участкалары буйынса мировой судьяларҙы раҫлаясаҡ һәм “Рәсәй патриоттары” партияһы төбәк бүлексәһенең Башҡортостан ҡануниәтен камиллаштырыу маҡсатындағы тәҡдимдәрен тыңлаясаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.