Кисә Йошкар-Олала (Мари Иле Республикаһы) Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында”ғы мәсьәлә буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының ошо округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.
Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәй халҡының 49,9 проценты урамда үҙен тулыһынса яҡланған тип тоймай, ә 40 проценттан ашыуы хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен кире баһалай.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.