Сәйәсмәндәр ҙә сәйер була икән...18.12.2012
Ноябрь Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведевтың ҡайһы бер сәйер теләктәре һәм тәҡдимдәре менән тарихҡа инеп ҡалды.

Француз журналистары менән аралашҡанда ул үҙенең тағы ла ил Президенты булырға теләге барлығы тураһында белдерҙе. Бының бойомға ашыуын ул бер нисә сәбәп, шул иҫәптән әлеге Президенттың һаулығына бәйле мәсьәлә менән бәйләй. Күп сәйәсмәндәрҙең ҡолағы “ҡарп” итеп ҡалды: һуңғы ваҡытта Владимир Путиндың сәләмәтлеге тураһында һүҙ юҡҡа ғына ҡуйыртылмайҙыр? Путиндың (был турала матбуғат секретары белдергәйне) дзюдо күнекмәләрендә алған йәрәхәте бик етди булмағайы. Рәсәйҙә дәүләт етәксеһенең һаулығы ниндәй икәнлеге ябай халыҡ өсөн күп осраҡта ҡараңғы. Медведевтың яуабы юҡтан ғына түгелдер. Путиндың инаугурацияһына ярты йыл да үтеп өлгөрмәне бит. Президент булам тиһә, Медведевтың март айында уҡ үҙ кандидатураһын ҡуйырға мөмкинлеге булды ла баһа...
Дмитрий Медведевтың Рәсәй сәйәсәтендәге әһәмиәтен төшөнөп булмай әле. Онотмаһағыҙ, ул 2007 йылда дүрт "И" — инвестиция, инновация, институттар, инфраструктура — вәғәҙә иткәйне. Хәйер, күптәр хәтерләмәйҙер ҙә инде. Сколково, РОСНАНО тигән проекттары, Интернеттағы блогы, "Фейсбук", "Твиттер" аша халыҡ менән аралашыуы, "iPhone", "iPad" кеүек уйынсыҡтарын да ваҡыт туҙаны баҫып бара шикелле. Милицияны полицияға үҙгәртеү, ҡышҡы ваҡытҡа күсеү Медведевтың тарихтағы иң ҙур "ҡаҙаныштары"на әйләнде. Электр лампочкаларын "энергия һаҡлай торғандарына" бойороҡ менән алмаштыртыуы ла күптәргә аңлашылманы. Билдәле бер футбол уйынында булған күңелһеҙ хәлдән һуң Дмитрий Анатольевич хулигандарҙы ғүмерлеккә стадионға үткәрмәҫкә тигән тәҡдим менән дә сыҡҡайны. Был сараны бойомға ашырыу өсөн тәртипһеҙҙәргә инәү һалыу кәрәклеге уйлап еткерелмәне, буғай.
Медведев үҙ өлгөһө менән күптәр өсөн быуа асты: бының һымаҡ сәйер тәҡдимдәр артҡандан-арта башланы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә фатир алыу өсөн йылына 50 миллион һум бүленгәндә, 10–15 концерт өсөн 100 миллион һум аҡса тотоноу, "ҡулайлаштырыу" маҡсатында мәктәптәрҙе ябыу һәм "Стейнвей" роялдәре алдырыу хаҡында һүҙ юғарыла атап үткәндән бер нисек тә ҡалышмай түгелме?
Хоҡуҡи йәмғиәт төҙөүҙең төп нигеҙен закондарҙы күберәк сығарыуҙа күрә башланылар. Дәүләт Думаһы 1500-ҙән ашыу яңы ҡанун ҡабул итеп өлгөрҙө. Уларҙы ябай кеше генә түгел, тәжрибәле юристар ҙа белеп бөтмәй. Көн һайын булып торған үҙгәрештәр йәмғиәттә буталсыҡ тыуҙыра. Армия хеҙмәтен бер йылдан йыл ярымға күсереү мәсьәләһе күтәрелә башланы. Пенсия системаһында барған туҡтауһыҙ үҙгәрештәрҙең ахыр сиктә граждандарҙың Рәсәй етәкселегенә булған ышанысын шаҡтай ныҡ ҡаҡшатыуы ихтимал.
Медведевтың һуңғы тәҡдиме халыҡты тамам аптыратты: 150 мең долларлыҡ BMW-нан сығып (үҙебеҙҙең автомобилдәр бөткәнме ни?!), ул иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәргә 250–500 мең һум штраф "сәпәргә" тәҡдим итте. Премьер-министрҙың, белеме буйынса юрист булараҡ, штрафтар күләменең ниндәйҙер иҡтисади күрһәткестәргә бәйле булыуын "онотоуы" бик сәйер тойола. Был аҡсаны уҡытыусы-табиптар йыл буйы эшләп тә ала алмай бит. Тәҡдимдең халыҡҡа нисек еткерелеүе лә аптыратты. Тәүҙә һүҙ автомобилдә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡан, тиҙлекте саманан арттырған һәм светофорҙа ҡыҙыл ут янғанда туҡтамаған өсөн тип иғлан ителһә лә, һуңынан "иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн" тигән асыҡлыҡ индерелә. Граждандарға бик мөһим был тәҡдимдең ошондай формала бирелеүе Премьер-министрҙы биҙәмәй. Кешенең йыллыҡ эш хаҡына тиң штрафты законлаштырырға теләгән вазифалы кешенең һис юғында юридик яҡтан аныҡ фекерләүе мөһим. Рәсәй дәүләте иерархияһында икенсе вазифаны биләгән кеше өсөн фекерҙәрҙе халыҡҡа еткереүҙең башҡа төрлө алымдары ла барҙыр. Уҙған быуат аҙағында пенсия реформаһын башлағанда Рәсәй Хөкүмәтенең проекттарында хата ебәрелгән, тип раҫлауы ла дөрөҫкә сыҡманы. Үҙ аппараты Медведевҡа күрәләтә яңылыш мәғлүмәт еткергән булып сыҡты.
Ә бына һуңғы сығыштары Интернетты шаулатты, бөтәһен дә аптырауға ҡалдырҙы: рәсми интервьюһынан һуң Дмитрий Медведев журналистар алдында үҙен туранан-тура Владимир Путинға ҡаршы ҡуя. Йәнәһе, "ул, Президенттан айырмалы, һуңларға яратмай". Оппозициялағы журналистарҙың енәйәт эштәрен алып барыусы тәфтишселәрҙе "козлы" тип атауы ла хайран итте. Был видеояҙманың Интернет селтәренә эләгеүе лә ғәжәпләндерҙе. Интервью алған журналистарҙың барыһы ла тиерлек дәүләт телеканалдарынан ине бит. Шуға ла бер нисә йыл дауамында беҙҙе ҡаҡшамаҫ дуҫлығына ышандырып йөрөгән тандемдың төп маҡсаты ысынында ике аралағы ҡаршылыҡтарҙы күрһәтмәү генә булғандыр тигән фекер тыуа.
Илдар ҒӘБИТОВ.


Вернуться назад