УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА – ЙӘШӘЙЕШЕҢДЕ ҮҘЕҢ КӨЙЛӘҮ УЛ14.12.2012
УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА – ЙӘШӘЙЕШЕҢДЕ ҮҘЕҢ КӨЙЛӘҮ УЛМуниципаль власть дәүләттән айырылған, был граждандарға урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итергә хоҡуҡ бирә. Асылда иһә үтә лә ҡатмарлы проблема ул: аныҡ биләмәләр халҡы хоҡуҡтан файҙаланырға ашыҡмай, власть, шул иҫәптән урындағы структура вәкилдәренең күбеһе, үҙидараны дәүләт аппаратының дауамы тип хаталана. “Муниципальный вестник Башкортостана” гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо хәлгә үҙ ҡарашын белдерҙе.

— Рөстәм Зәки улы, Европалағы үҙидараға — 300, ә Рәсәйҙәгенә ни бары – 20 йыл. Һеҙҙеңсә, был институт беҙҙә сит илдәрҙәге менән сағыштырғанда ҡыҫҡараҡ ваҡыт эсендә көс туплай алырмы? Көнбайыштағыса идара итеү принцибы беҙҙең мөхиткә яраҡлашырмы?
— Илебеҙҙә урындағы үҙидара аяҡҡа баҫыу дәүерен генә кисерә, әлбиттә. Ул Рәсәй батшалығында ла, совет осоронда ла булмаған. Ҡайһы бер элементтары ғына күҙәтелгәндер, бәлки. Урындағы власты ошоғаса дәүләттән айырып ҡараманыҡ. Был идеология бөгөн дә һаҡлана. Йәмғиәттә әлегә тиклем муниципалитеттың нимә икәнлеген аңлап етмәйҙәр. Ул дәүләт структураһы түгел, ә идара итеүҙең бойондороҡһоҙ кимәле. Яңы закондар сыҡты, әммә улар халыҡтың аңына һеңеп етмәгән. Аңлашылмаусанлыҡ шунан тыуа: урындағы үҙидара ҡағыҙҙа бар, ә ғәмәлдә юҡ. Был нимә менән аңлатыла? Әүҙем ҡаршылыҡ күҙәтелә тип әйтеп булмай. Беренсенән, быны аңлап етмәйҙәр. Икенсенән, системаның финанс базаһы юҡ. Ә был бик мөһим. Сәбәп нимәлә? Быныһы инде — икенсе мәсьәлә. Минеңсә, ниндәйҙер бер осорҙа юғары власть, муниципалитеттар артыҡ ҙур үҙаллылыҡҡа эйә булып, идара итеү мөмкинлеге юғалыр, һөҙөмтәлә сәйәси тотороҡһоҙлоҡ тыуыр тип хәүефләнеп, уларға ресурстар биреүҙән ҡурҡҡан. Моғайын, шулайҙыр. Әммә финанс тәьминәте булмау арҡаһында бөгөн муниципалитеттар көсһөҙләнде. Биләмәләрендә үҙаллы сәйәсәт алып барыу, тәртип булдырыу, тирә-яҡты төҙөкләндереү, халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлеге юҡ уларҙа. Ахыр сиктә муниципаль идара итеүҙең уйҙырма системаһы барлыҡҡа килде. Тыштан ҡарағанда, ул властың бөтә атрибуттарына эйә, ә асылда көс-ҡеүәте юҡ.
Ресурстарҙың бер өлөшөн муниципалитеттарға эҙмә-эҙлекле тапшырыу зарурлығын аңлайбыҙ. Был эштең йылдар буйы дауам итеүе ихтимал, бәлки, бер нисә тиҫтә йыл үтер. Шул уҡ ваҡытта алынған ресурстарҙың байлыҡ ҡына түгел, ғәйәт ҙур яуаплылыҡ икәнлеген дә аңларға кәрәк. Үҙаллы идараға күсергә мөмкинме? Әлбиттә. Әммә алдан уйланылған кадрҙар сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, аҡсаны, ресурстарҙы тотона белеү, өҫтөнлөктәрҙе билдәләү йәһәтенән ҙур интеллектуаль эш башҡарыу зарур. Шунан һуң ғына үҙаллылыҡҡа күсеү тураһында һүҙ алып барырға мөмкин.
— Муниципаль берәмектәр һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләйбеҙ. Уларҙы кәметеү тәҡдимдәренә нисек ҡарайһығыҙ?
— Тыныс ҡарайым. Ғәмәлдәге схема 1950 — 1960 йылдарҙан, яҡшы коммуникациялар, юл, инфраструктура булмаған, кешеләр компьютер хаҡында бөтөнләй белмәгән осорҙан, һаҡланған. Әле теге йәки был дәрәжәлә биләмәләр берләштерелә, киңәйтелә, был федераль һәм төбәк структуралары миҫалында асыҡ күренә: һалым инспекцияһы, ЮХХДИ, эске эштәр органдары эшмәкәрлеге бер нисә районды үҙ эсенә ала. Йыш ҡына муниципалитеттар үҙҙәре лә биләмәләрҙең сиктәрен үҙгәртеү, күсереү, ауылдарҙы ҡушыу йәки айырыу мәсьәләһен күтәрә. Бер нисә муниципалитетта 20 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәй. Халыҡ һаны кәмей, ә аппаратты тәьмин итеү буйынса сығым йөкләмәләре үҙгәрешһеҙ ҡала. Муниципалитетта халыҡ аҙ икән, ғәмәлдәге идара итеү системаһында ҙур булмаған биләмәләрҙәге хакимиәттең эш сифаты түбәнәйә. Кешеләр ҙә ошондай уҡ фекерҙә. Мин был эшкә этәргес бирергә теләмәйем. Биләмәләрҙе ҡушыу-ҡушмау тураһындағы ҡарарҙы ваҡыт үҙе сығарыр. Бәхәс тыуҙырырға ярамай тип уйлайым. Бөтәһе лә тәбиғи булырға тейеш.

— Йәмғиәттә Өфө районына ҡала эсендәге муниципаль берәмек статусын биреү, йәғни ошо районды ҡушыу иҫәбенә Өфөнөң сиген киңәйтеү тураһында фекер күп тапҡыр белдерелде. Бындай ҡарар файҙаһына етди дәлилдәр бармы?
— Баш ҡала биләмәһе ҡасандыр Өфө районы иҫәбенә киңәйтелгән. Был хәлгә ыңғай йоғонто яһанымы һуң? Яһағандыр тип уйлайым. Бөгөн Өфө районы ресурстар етмәү арҡаһында ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Халҡының күпселеге Өфөлә эшләгәнгә күрә, хеҙмәт хаҡынан бүлемдәрҙең дә баш ҡалала ҡалыуы быға бер ни тиклем сәбәпсе. Өҫтәүенә, йәй районда халыҡ һаны икеләтә арта, һөҙөмтәлә урындағы властың эше тағы ла күбәйә, сөнки уларҙың именлеген тәьмин итергә, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе, сүп-сар сығарыуҙы һ.б. ойошторорға кәрәк. Баш ҡала эргәһендәге бөтә аграр райондарға ла ошондай уҡ хәл хас. Миллионлаған кеше йәшәгән күп кенә ҡалаларҙа булырға тура килде, биләмәләрҙе мотлаҡ берләштереү тураһындағы мәсьәләне бер ерҙә лә ишетмәнем. Был йәһәттән эште яһалма тиҙләтеү яҡлы түгелмен. Социологтар һәм иҡтисадсылар ошоға бәйле үҙ фекерен әйтергә тейеш. Идарасы булараҡ, ниндәйҙер үҙенсәлектәрҙе күрмәүебеҙ ҙә ихтимал, шуға ғалимдарҙың һүҙе кәрәк.
— Шәхси финанс базаһы булмағанға күрә муниципалитеттар вәкәләттәренең бер өлөшөн генә башҡарырға мәжбүр. Ошо йәһәттән нимәне үҙгәртергә мөмкин?
— Әлбиттә, беҙ муниципалитеттарҙың финанс базаһын үҫтерергә тейешбеҙ. Шулай ҙа, алдан әйтеүемсә, ресурстарҙы урындағы кимәлгә бер мәлдә генә тапшырып булмай. Беренсенән, финансҡа сифатлы идара итеү өсөн муниципалитеттарҙың тейешле квалификацияһы юҡ. Хатта республика кимәлендә лә аҡсаға контроль йәһәтенән белгестәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Муниципалитеттарҙа был проблема тағы ла киҫкенерәк, сөнки ресурсҡа идара итеү, конкурс эшен үткәреү буйынса тейешле оҫталыҡ юҡ. Шуны аңларға кәрәк: муниципалитеттар әлегә кадрҙар йәһәтенән көсһөҙ, белгестәр етмәү арҡаһында хеҙмәткә осраҡлы кешеләр эләгә. Икенсенән, муниципалитеттар аҡса алғанға тиклем ошо ресурстарҙы йүнәлтерлек ентекле үҫеш стратегияһын эшләргә тейеш. Ә күпселек осраҡта был күҙәтелмәй.
— Уңышлыраҡ эшләгән муниципалитеттарға киләһе йылға бюджеттан бүленгән финанс ярҙамын кәметәләр. Бындай хәлдә яҡшыраҡ эшләү теләге юҡҡа сыҡмаймы? Ошоға бәйле урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген дәртләндереү сараһы кәрәкмәйме, тигән һорау тыуа.
— Бындай фекер менән килешә алмайым. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда 49 муниципаль районда һәм һигеҙ ҡала округында, шәхси килемдәр үҫеше менән сағыштырғанда, аҡсалата ярҙам күләменең (субвенцияларҙан тыш) артыуы күҙәтелә. Дүрт муниципаль районда һәм Межгорье ҡалаһында ғына финанс ярҙамының килем кеременә ҡарағанда аҙыраҡ булыуы билдәле.
Дөйөм алғанда, бындай ҡараш финанс мөмкинлегенең түбән булыуына бәйле. Беҙ төбәктәргә ҡарата федераль финанс институттары күсермәһен файҙаланабыҙ. Бөтә илдәге кеүек үк, беҙҙә лә уңышлылар һәм мохтажлыҡ кисергәндәр, үҙаллы һәм дотация иҫәбенә йәшәгән, хатта үтә ҙур ярҙам талап иткән райондар бар. Европалағы 300 йыллыҡ муниципаль үҫеш практикаһынан күренеүенсә, был илдәрҙә лә алдынғылар һәм артта ҡалыусылар бар, шуға күрә бюджет тәьминәтен тигеҙләү уларҙа ла ҡулланыла.
Ҡеүәтһеҙ муниципалитеттарға йоҙаҡ һалып, нисек теләйһегеҙ, шулай йәшәгеҙ, тип асҡысын ташлап ҡуя алмайбыҙ. Һәм иң мөһиме — беҙ үҙидара төҙөйбөҙ, муниципалитеттарҙың үҙтәьминәтен арттырыуға ынтылабыҙ, шуға күрә уңышлылар үҙҙәренең һәләтен, яуаплылығын, республика бюджетынан бүленгән дотацияларға бәйһеҙлеген, аҡса туплауҙың башҡа алымдарынан файҙалана алыуын күрһәтһен. Ә бындай алымдар юҡ түгел.
Мәҫәлән, иң яҡшылар, конкурстарҙа ҡатнашып, субсидия рәүешендә аҡса юллау, грант отоу мөмкинлегенә эйә. Күп булмаһа ла, 10 — 20 миллион һумды муниципалитеттар бөгөн тап ошо йүнәлештән ала. Бынан тыш, социаль үҫеш, хәйриә фондтары аша ярайһы уҡ ҙур ярҙам күрһәтелә. Уларҙың аҡсаһы, нигеҙҙә, муниципаль объекттар, мәҙәниәт йорттары, һыү үткәргестәр төҙөүгә һәм ремонтлауға тотонола.
— Билдәле булыуынса, инвесторҙар райондарға әллә ни ҙур теләк менән килмәй. Муниципалитеттарҙың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен нисек арттырырға?
— Инвестор — ул иң элек кеше. Ә һәр кем үҙенә яҡшы мөнәсәбәтте, аңлашып эш итеүҙе ярата. Шуға күрә эске һәм тышҡы инвестор яҡшы мөнәсәбәт булған, үҙе менән эшләргә теләгән ергә бара. Бындай кешегә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Күреүемсә, башлыҡтар мәсьәләне аңлай. Улар араһында үҙҙәре ултырған ботаҡты киҫкәндәр юҡ.
Ошо йүнәлештәге ниндәй ҙә булһа аныҡ ғәмәлдәр хаҡында һүҙ алып барһаҡ, республикала бөгөн уңайлы инвестиция шарттары булдырыу буйынса тотош система төҙөлә. Мәҫәлән, норматив-хоҡуҡ базаһы барлыҡҡа килде, Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса совет ойошторолдо, инвестиция эшмәкәрлеге тураһында ике телдә махсус Интернет-портал эшләй, “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы” һәм “Төбәк фонды” кеүек махсус ойошмалар инвесторҙар йәлеп итеү менән шөғөлләнә, Башҡортостан Республикаһының Инвестиция декларацияһы проекты эшләнде.
— Урындағы үҙидара һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәренең үҙ-ара эш итеүе — сетерекле мәсьәлә. Ике яҡ та мөһим функция башҡара, ләкин прокуратура урындағы власҡа ҡарата күп осраҡта яза биреүсе орган булараҡ эш итә. Хәлде яйға һалыу мөмкинлеге бармы?
— Прокуратураның үҙ вәкәләттәре бар. “Беҙ законға таянабыҙ”, тигән яуап ишетәбеҙ. Ысынлап та, был ҡатмарлы хәл федераль ҡануниәткә бәйле. Унда ҡаршылыҡтар байтаҡ. Закондарҙың үтәлешенә бындай күҙәтеүҙең һөҙөмтәләре, йомшаҡ итеп әйткәндә, борсоуға һала: кешеләр муниципаль хеҙмәттән китә. 15 – 20 мең һум эш хаҡы алған башлыҡтар ресурстар булмау сәбәпле вәкәләттәрен үтәй алмаған өсөн 50 – 100 мең һум штраф түләргә тейеш икән, башҡа сара ҡалмай. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын ойоштороуға, төҙөкләндереү эшенә аҡса булһа, улар быны эшләмәҫ инеме? Күпме генә штраф һалма, мәжбүр итмә, хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк. Контроль-күҙәтеү структураларында, атап әйткәндә – Прокуратурала, быны аңлайҙар. Әммә ревизорҙарҙың күпселеге өсөн бындай хәл — отчетты яҡшыртыу алымы. Муниципалитетҡа килеп, етешһеҙлектәрҙе теркәп, отчет бирергә, унан һуң “мин яҡшы эшләйем” тип әйтергә мөмкин. Әммә был алым хәлгә ыңғай йоғонто яһамаясаҡ. Мин муниципалитеттар яҡлымын һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәрен ҡануниәткә төҙәтмәләр индерелгәнсе проблеманы аңлап эш итергә саҡырам. Муниципаль етәкселәрҙең күптәренә “Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың” тигән мәҡәл буйынса эшләргә тура килә бит.
— Республикала ер баҙары һүлпән үҫешкән. Һөҙөмтәлә урындағы бюджеттар ер һалымы рәүешендәге килемде алып еткермәй. Һеҙҙеңсә, был баҙарҙы нимә йәнләндерә ала?
— Илебеҙ әлегә тиклем шартлы социалистик системанан — баҙарға, коллектив милектән шәхси мөлкәткә күсеү осорон кисерә. Шул уҡ Европала был процесс йөҙҙәрсә йылға һуҙылған. 15 – 20 йыл эсендә биләмәһе буйынса иң ҙур илдә нимә эшләргә мөмкин һуң? Элегерәк беҙ ерҙе түләүһеҙ ресурс, йәмғиәт байлығы тип ҡабул итә инек. Уны һатып алыу-һатыу предметы, шәхси милек, кемдеңдер килем сығанағы буласағын күҙ алдына ла килтермәнек. Был психология бик көслө. Беҙ әлегә тиклем — совет кешеләре. Тотош ил үҫешенә ҡамасаулаған төп проблема ошолор, моғайын.
Күп йәһәттән совет кешеһе булып ҡалыу шарттарында ҡәтғи баҙар реформаларын тормошҡа ашырырға тырышыу ҡаршылыҡҡа, баҙар иҡтисады нигеҙҙәрен ҡабул итмәүгә килтерә, кешеләр матди база тупларға теләмәй. Мәскәү межа һалыуҙы аҙағына еткермәне, Өфө лә был мәсьәләне хәл итмәне. Шулай булғас, төпкөл ауылдан беҙ нимә талап итә алабыҙ? Тимәк, был эш оҙаҡ дауам итәсәк.
— Алдағы теманы дауам итеп, генераль планға ҡағылышлы һорау бирәбеҙ. Киләһе йылдан бөтә муниципалитеттарҙа ла заман талаптарына яуап биргән ҡала төҙөлөшө документтары булырға тейеш. Территориаль планлаштырыу схемалары һәм генераль пландар булмаған район-ҡалаларҙы нимә көтә?
— Территориаль планлаштырыу схемалары булмай тороп, биләмәләр артабан үҫешә алмай. Был документтар — айырым маҡсатлы федераль программаларға ярашлы төбәк һәм муниципалитет бюджеттарына федераль ҡаҙнанан субсидия биреү өсөн төп шарттарҙың береһе. Ошоно яҡшы аңларға кәрәк. Проект документтары ҡиммәткә төшә, тиҙәр. Әммә был — бәхәсле мәсьәлә. Шул уҡ ваҡытта сығымдарҙы үткәрә торған конкурс процедуралары бар. Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың дәүләт һатып алыуҙарын тормошҡа ашырғанда “Гарантияланған асыҡлыҡ” рейтингына эйә булыуы асыҡланды. Муниципаль кимәлдә һатып алыуҙар үткәргәндә лә ошондай асыҡлыҡ булырға тейеш.
Өҫтәүенә беҙҙә стратегик пландар төҙөү тәжрибәһе бар — муниципалитеттарға, көслө һәм һүлпән яҡтарҙы иҫәпкә алып, инвестиция программалары төҙөргә ҡушылды. Был үҙенә күрә бер мәктәп булды. Ул билдәле бер ғәмәли һөҙөмтә бирмәгәндер, әммә кешеләрҙе үҫеш йүнәлештәре, ҡайҙа көс һалыу хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Ҡайһы бер райондар ошо схема буйынса йәшәй.
— Урындағы үҙидара органдарын профессиональ кадрҙар менән тәьмин итмәй тороп, уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел, тип әйткәйнегеҙ. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн ниндәй сара күрелә?
— Һәр дәүләттең нигеҙе — кешеләр. Ер ҙә, биләмә лә түгел, ә халыҡ. Әйтеүемсә, йәмғиәтебеҙҙең ҙур өлөшө — асылы буйынса совет кешеләре, хатта уларҙың балаларына ла әлегә тиклем шул ҡоролошта йәшәгәндәрҙең сифаттары хас. Кеше коллективист икән, баҙар иҡтисадында уға ҡыйын. Яраҡлашҡандар әлегә күп түгел.
Эйе, республикабыҙҙа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт кадрҙарын әҙерләү буйынса яҡшы нигеҙ һалынды, кадрҙар сәйәсәте концепцияһы бар. Әммә был — иҫке психологияны үҙгәртеү, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле өр-яңы белем алыу йүнәлешендә бәләкәй генә бер аҙым. Тормош ҡына йәшәргә өйрәтә ала. Кешене үҙгәртеү өсөн парта артына ултыртыу етә, тигәнгә ышанмайым. Ә беҙ бөтә нәмәгә тиҙ өлгәшергә, шул уҡ ваҡытта сифат менән дә тәьмин итергә теләйбеҙ. Улай булмай. Техник прогресс йәмғиәттәге үҙгәрештәргә ҡарағанда йылдамыраҡ бара. Шулай булды һәм буласаҡ.
— Хакимиәт башлыҡтарын туранан-тура һайлауға мөнәсәбәтегеҙ ниндәй?
— Ыңғай ҡараштамын. Төбәктәгегә лә, муниципалитет кимәлендәгегә лә. Әммә беҙ әлегә үҙидараны аяҡҡа баҫтырыу, демократик принциптарҙы ғәмәлгә индереү дәүерендәбеҙ. Мандатты шәхси маҡсаттарын алға ҡуйған ниндәйҙер намыҫһыҙ идарасы алыуы ихтималлығын күҙ уңында тотоп, халыҡты хәүеф аҫтына ҡуя алмайбыҙ, тигән фекерҙәмен. Байлыҡ күрмәгән ябай кешене алдау ҡыйын түгел. Тәжрибә күрһәтеүенсә, быны айырыуса муниципалитет, ҡасаба кимәлендә эшләүе бик еңел.
Әлеге тарихи осорҙа туранан-тура һайлауҙы хуплар инем, тик власҡа бурҙар, алдаҡсылар, башҡа енәйәтселәр үтмәһен өсөн билдәле бер сикләүҙәр булырға, һыналған кешеләр һайланыуға дәғүә итергә тейеш. Юғиһә бер районда ниндәй ҙә булһа авантюрист йәки эшлекһеҙ кешенең власҡа килеүе, ә аҡыллы, булдыҡлыларҙың ситтә ҡалыуы ихтимал. Һөҙөмтәлә тотош властың абруйы төшәсәк. Бер үк ваҡытта һайлау аша үткән кеше үҙен бөтөнләй икенсе төрлө хис итә, үҙе өсөн тауыш биргән кешеләр алдында яуаплылыҡ тоя. Ошоға ынтылырға кәрәк. Әммә һайлау ҡайһы берәүҙәр өсөн бәйләнсек идеяға әүерелә. Бөгөн яңы либералдар яҙыуынса, иң мөһиме ошомо ни? Ғөмүмән, донъя йөҙөндә абсолют таҙа, асыҡтан-асыҡ үткәрелгән һайлау юҡ. Һәр ерҙә үҙенә генә хас һайлап алыу системаһы бар.
Һайлауҙа контроль булмаһа, бик күп бәхәс тыуыуы, бындай осраҡта үҫештең, ҡағиҙә булараҡ, тотҡарланыуы ла ихтимал. Муниципалитеттарҙы шундай хәүефкә этәрергә яраймы? Ҡала башлығы менән губернатор араһындағы һуғыштың эҙемтәһен күргәнем бар. Һайлап ҡуйылған мэр ҡалала ниндәйҙер мәсьәләләрен хәл итә, уның артынса ошоно уҡ эшләргә икенсеһе килә. Ә ҡалала үҫеш туҡтай. Башҡа төбәктәрҙең етәкселәре менән аралашыу тәжрибәмдән белеүемсә, урындағы власты туранан-тура һайлауға күсеү йәһәтенән ашығырға ярамай. Муниципалитет кимәлендә “фильтр” кәрәк. Бында аҡһаҡалдар, старосталар, иң абруйлы кешеләр ҡоро ҙур әһәмиәткә эйә. Республикабыҙҙа муниципалитет башлыҡтарын яңыртыу эше тамамланды, һайлау үтте, контракттарға ҡул ҡуйылды. Был вазифаға кеше табыуы ҡыйын икәнлеген күрҙем. Ғәйәт ҙур проблема, тәү сираттағы мәсьәлә, тип әйтер инем уны. Башлыҡ вазифаһына ынтылғандарҙы үткәрергә ярамай, ә беҙгә кәрәк кешеләр билдәле бер сәбәптәр арҡаһында баш тарта. Был иң элек властың даими тәнҡит, эксперимент үҙәгендә булыуына, ресурстарҙың сикләнгәнлегенә бәйле. Яуаплы кешеләр яҡшы аңлай: башлыҡ вазифаһы — халыҡ араһында киң билдәлелек, үҙеңде сүкеш менән һандал араһындағы кеүек хис итәһең, ә тормошоң, әйтерһең дә, ҙурайтҡыс быяла аҫтында үтә. Рәхәт түгел. Һирәктәр генә ризалаша, бының өсөн уларға рәхмәтлемен.
— Ниндәйҙер борсоулы күренеш күҙ алдына баҫа. Урындағы үҙидара системаһында аҙ ғына булһа ла ыңғай үҙгәрештәр бармы? Башҡортостанда уның үҫеш мөмкинлектәрен нисек баһалайһығыҙ?
— Әлбиттә, ыңғай үҙгәрештәр бар. Глобаль, яңғырауыҡлы лозунгтар заманы үтеүен, хәлгә эшлекле ҡараш ташлау кәрәклеген аңлау мөһим. Бөгөн беҙ урындағы үҙидара системаһын аяҡҡа баҫтырыу буйынса ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Сифаты, ваҡыты йәһәтенән был процесс һүлпән бара. Йоғонто яһау өлкәләре эҙмә-эҙлекле бүленә, һәр кем үҙ территорияһын билдәләй. Ошо эштә бер урында туҡтап ҡалмауыбыҙ, яҡшы үҙгәрештәргә ынтылыуыбыҙ — үҙе үк ыңғай күренеш.
Мөмкинлеккә ҡарап, һәр ауыл биләмәһенә ярҙам итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, квартал һайын 100 мең һум бүлеү ауылдарҙы үҫтереү өсөн этәргес булды, уларға яңы һулыш бирҙе, көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә башланы. Шулай уҡ ҡалаларҙа ихаталарҙы һәм урамдарҙы төҙөкләндереүҙә булышлыҡ күрһәтәбеҙ. Тормош муниципалитеттарҙан, ҙур булмаған ауылдарҙан, бәләкәй ҡалаларҙан башлана. Ошоно аңлау һөҙөмтәһендә ғәмәлдәребеҙҙең моделен төҙөйбөҙ.
Беҙҙең бурыс — кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртыу, абстракт предприятиелар төҙөү йәки юл һалыу түгел, ә кеше менән аныҡ эшләү. Тормоштоң йәме йорттоң, ихатаның, тирә-яҡ мөхиттең именлегенә бәйле. Именлектең аныҡ кешенән башланыуын аңлау тойғоһо көсәйгәндән-көсәйә. Фәлсәфә ҡорһаҡ, бөтә донъя селтәренең нимәгә килтерәсәге, ниндәй идара итеү алымдары, виртуаль квазиреалийҙар барлыҡҡа киләсәге билдәһеҙ. Бәлки, беҙ белмәгән, хатта күҙ алдына ла килтермәгән нәмәләр барлыҡҡа килер. “Смарт-йәмғиәт”, йәғни аҡыллы йәмғиәт тураһында һүҙ алып барабыҙ. Әгәр был бурыс муниципалитеттар иңенә төшһә, 20 – 30 йылдан, бәлки, унан алдараҡ та, бөтә халыҡ Интернет аша документтар юллау, түләү һәм тауыш биреү хеҙмәтенән файҙалана аласаҡ. Ул осорға муниципалитеттың классик структура булараҡ юҡҡа сығыуы, урындағы коммуникация системаһына әүерелеүе ихтимал. Ә бөгөн муниципалитет — төп күҙәнәк. Тап ошондай күҙәнәктәрҙән дәүләт төҙөлә.


Вернуться назад