Юрист кәңәштәре14.12.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Яуаплылыҡтан азат түгелһегеҙ

— 2000 йылда мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иттеләр һәм ике сабыйымды балалар йортона алдылар. Улар аҙаҡ бер ғаиләгә уллыҡҡа бирелгән, хәҙер икенсе атай-әсәй менән сит районда йәшәй. Яңыраҡ ҡына рәсми хат алдым, унда мине 2000 йылдан алып балаларым өсөн алимент түләмәүҙә ғәйепләгәндәр һәм бурысты ҡаплауҙы талап иткәндәр. Алиментты балалар йортона ла, уллыҡҡа алған ғаиләгә лә түләргә тейешмен. Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәс, был бурысты түләргә тейешменме? Ун ике йыл өсөн бик ҙур аҡса килеп сыға бит...
Фәниә, Белорет районы.


— Һәр кемдең үҙ балаһына ҡарата хоҡуҡтары һәм бурыстары бар. Ниндәйҙер сәбәп буйынса балаға хоҡуғынан мәхрүм ителгән ата-әсә лә сабыйы бәлиғ булғансы уға ҡарата бурыстарын барыбер үтәргә тейеш. Бында алимент тураһында һүҙ бара. Рәсәй Ғаилә кодексының 12-се главаһындағы 71-се статьяның икенсе пунктына ярашлы, “ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү үҙ балаңды ҡарау бурысынан азат итмәй”.

Күпме өлөш индергән?

— Бер нисә йыл элек улым рәсми никахһыҙ бер ҡатын менән йәшәй башланы. Уныһының икенсе ирҙән балаһы бар ине, күпмелер ваҡыт уҙғас, улым менән икеһенең дә сабыйы тыуҙы. Әсәлек капиталын юлланылар, баяғы ҡатындың йортон һатыуҙан килгән аҡсаға шуны ҡушып, киңерәк фатир алдылар. Яңы торлаҡ әсә кешенең исеменә яҙылған.
Хәҙер йәштәр бергә йәшәмәй, ҡауышырға ла уйламай. Улым теге фатирҙың берәй мөйөшөнә булһа ла дәғүә итә аламы?
Рәйсә, Өфө ҡалаһы.


— Улар араһында мөлкәт бүлешеү мәсьәләһе Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексына ярашлы хәл ителәсәк. Юридик яҡтан ҡарағанда, никахһыҙ килеш бергә тороусылар ғаилә тип иҫәпләнмәй, тимәк, эште тикшергәндә, ғаилә тураһындағы ҡануниәттәге кеүек, “барыһы ла уртаҡ” тигән принцип ҡулланылмаясаҡ. Бергә йәшәгән кешеләрҙең милеккә хоҡуғы ниндәй ҙә булһа дөйөм әйбер алғанда һәр ҡайһыһының ниндәй күләмдә аҡса сарыф иткәненә ҡарап билдәләнә. Шулай булғас, улығыҙ үҙе индергән өлөштө күрһәтһен. Бының өсөн квитанцияларҙы, чектарҙы, түләү тураһындағы башҡа документтарҙы йыйырға кәрәк.


Вернуться назад