Ер мәсьәләләре көйләнә17.11.2011
Башҡортостан Хөкүмәтенең 9 ноябрҙәге ҡарары менән 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү концепцияһы раҫланды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Әле Башҡортостан Республикаһының ер фондына 14 миллиард гектарҙан ашыу ер инә, шуларҙың 53 процентын ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биләмәләр, 37 процентын — урман фонды, 4,3 процентын ауыл-ҡалалар тәшкил итә. Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, радиотапшырыуҙар, телевидение, мәғлүмәтләштереү, оборона, именлек һәм башҡа социаль тәғәйенләнештәге ерҙәргә республика биләмәһенең 0,8 проценты тура килә. Махсус һаҡланған территориялар һәм объекттар 386,2 мең гектар ерҙе (2,7 %) биләй.
Башҡортостандағы бөтә ерҙәрҙең 95 процентының тиерлек хоҡуҡи статусы аныҡ билдәләнмәгән. Был инвестиция ылыҡтырыу һәләтен кәметә. Ошо ерҙәрҙе хужалыҡ әйләнешенә тулыһынса йәлеп итеү өсөн ҡулланыу үҙенсәлектәрен, махсус хоҡуҡи статусын, хужалыҡ режимын иҫәпкә алған саралар кәрәк.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад