Ауыл башлығының мең хәстәре бар13.12.2012
Ауыл башлығының мең хәстәре барСъезда Баймаҡ районынан 24 делегат ҡатнашасаҡ. Темәс ауылы биләмәһе – районда иң ҙуры, ундағы туғыҙ ауылда 7 меңдән ашыу кеше йәшәй. Хакимиәт башлығы булып оҙаҡ йылдар эшләүсе тәжрибәле Рауил Хөрмәт улы ЙӘНСУРИН съезда икенсе тапҡыр делегат сифатында ҡатнашыу бәхетенә эйә. Халыҡтың бөгөнгө йәшәйеше өсөн яуап биргән, уларҙың мәнфәғәтен яҡлаусы башлыҡтың уй-фекерҙәре менән танышайыҡ.

— Рауил Хөрмәт улы, һеҙҙеңсә, кем ул ауыл биләмәһе башлығы?
— Биләмә башлығы – халыҡтың йәшәйеше өсөн яуап биргән вазифалы кеше. Бөгөн ауылдарҙа колхоз-совхоздар юҡ, улар янында эшләп килгән партия ойошмалары ла әллә ҡасан бөтөрөлдө. Шуға күрә ауылдарҙың яҙмышын, урындағы халыҡтың көндәлек тормоштағы мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү — ауыл биләмәһе башлығы иңендә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу һәм таҙартыу, сүплектәр тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр ҙә уларға йөкмәтелгән. Беҙгә ҡайһы саҡта юрист та, врач та, психолог та булырға тура килә. Замандан бер аҙым алда барыу ҙа ҡамасауламай, сөнки әленән-әле үҙгәреп торған ҡануниәт менән танышырға, документ эштәрен дөрөҫ алып барырға ла ваҡыт табырға тейешһең. Халыҡ мәнфәғәтен беҙ яҡламаһаҡ, кем яҡлар һуң?
— Һеҙ һанап киткән эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн финанс ҡына түгел, башҡа ярҙам да талап ителә түгелме һуң?
— Әлбиттә. Бөгөн күпселек ауыл биләмәләре башлыҡтарының бер ниндәй техникаһы юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул хәйерсе хәлендә. Мәҫәлән, әле урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу талап ителә. Иң тәүҙә кемгә барырға, ҡайҙан техника табырға тигән һорау тыуа. Аптырап, ауылдағы транспорты булған кешегә мөрәжәғәт итәһең, тик бушҡа түгел. Яғыулығын табырға, хаҡын түләргә кәрәк. Бөгөн берәү ҙә бушҡа эшләмәй һәм тейеш тә түгел. Һыуыҡтар башланыу менән һыу колонкалары туңа башлаясаҡ, уларҙы рәткә килтереүгә лә байтаҡ сығымдар китеүе көн кеүек асыҡ.
— 131-се Федераль закон талаптары нисек тормошҡа ашырыла?
— Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ике йылда Президентыбыҙ тарафынан кварталға бер аҡса бүленә башланы. Ауыл биләмәләренә бер аҙ проблемаларын хәл итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Беҙ был аҡсаны маҡсатлы тотондоҡ, тип әйтә алам. Таһир ауылына юлға таш түшәлде, Темәстә туҡталыштар яңыртылды, дүрт ауыл зыяраты яңынан кәртәләнде, дүрт күпер тәртипкә килтерелде. Ошоноң иҫәбенә урамдар яҡтыртылды. Әммә юрғанды ҡайһы яҡҡа ғына тартһаҡ та, аяҡ күренә тигәндәй, туғыҙ ауылды берләштергән ҙур Темәс биләмәһенә был аҡса менән генә барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итеү мөмкин түгел. Ошо юҫыҡтан, бер тәҡдимемде лә еткергем килә. Артабан биләмәләргә аҡса бүленгән саҡта уларҙың ҙурлығы һәм халыҡ һаны иҫәпкә алынһын ине. Сөнки ҡайһы бер биләмәлә бер-ике ауыл ғына, ә аҡса шул уҡ. Минеңсә, бындай бүленеш дөрөҫ түгел. Съезда ошо һорауға яуап ишетәһе ине.
— Тағы ла борсоған һорауҙарығыҙ бармы?
— Бөгөн ауыл биләмәһе башлығы бер үҙе генә барлыҡ мәсьәләләрҙе лә хәл итә алмай. Беҙгә һәр саҡ ауыл депутаттары, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Шулай уҡ ветерандар советы, аҡһаҡалдар ҡоро, ауыл старосталары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Уларҙың ярҙамы менән төрлө байрамдар, төҙөкләндереү, йәшелләндереү аҙналыҡтары, насар йәшәгән ғаиләләр проблемаларын хәл итеү, эскелеккә, эшһеҙлеккә ҡаршы төрлө саралар үткәрелә. Элек-электән ауылдарҙа иң абруйлы кеше староста һаналған. Уның һүҙенә, аҡыллы кәңәшенә ауылдаштары ҡолаҡ һалған, шунлыҡтан күп мәсьәләләр урында хәл ителгән. Әле районда старосталар институтын ҡайтанан тергеҙеү башланды. Әммә улар элекке кеүек йәмәғәт башланғысында ғына йәшәп китә алмаясаҡ. Шуға күрә ауыл биләмәләре янында махсус штат булдырып, эш хаҡы түләп, уларҙы дәртләндереү мотлаҡ. Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн һәр ауылда эскелек проблемаһы киҫкен. Көмөшкә ҡойоусыһы ла, араҡы һатыусыһы ла табыла. Беҙ уларҙы беләбеҙ, әммә бер ниндәй штраф һалып, яуапҡа тарттыра алмайбыҙ, сөнки беҙҙең ундай вәкәләттәребеҙ юҡ. Ғаиләләр араһында үҙ-ара ыҙғыш сыҡҡанда ла беҙҙе йыш саҡырталар. Төн тимәй, ял тимәй, улар янына барырға тура килә. Тағы ла шул уйлап бөтөлмәгән закондар нигеҙендә, ҡатындарын ҡыйырһытҡан ирҙәргә ҡарата бер ниндәй ҡарар ҙа ҡабул итеп булмай. Ошо мәсьәләләр ҙә съезда яңғыраһын ине.
— Белеүебеҙсә, бөгөн Темәс ауыл биләмәһендә инвесторҙар йәлеп итеү, яңы производстволар төҙөү, халыҡҡа эш урындары булдырыу йәһәтенән байтаҡ эштәр атҡарыла.
— Республика Хөкүмәте һәм район етәкселеге ярҙамы менән бөгөн Темәстә “Башагрофин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һөт эшкәртеү комбинаты төҙөй. Ошо уҡ инвестор ярҙамында Бетерә ауылында ағас эшкәртеү производствоһын төҙөү башланды, 80-дән ашыу кеше эш менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ бында таш эшкәртеү цехы асыу ҡаралған.
Нисек кенә ауыр булмаһын, бөгөн һәр ауыл биләмәһе башлығы үҙенә йөкмәтелгән бихисап йөкләмәнән тыш, ауылдағы барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итергә тырыша. Урындағы хакимиәт башлығы — ауыл халҡының төп таянысы. Әммә уның үҙенә лә кәңәш, ярҙам кәрәк. Ошо йәһәттән мин съезға ҙур өмөттәр бағлайым.
Кәримә УСМАНОВА
әңгәмәләште.


Вернуться назад