Тормош уртаһында ҡайнайбыҙ13.12.2012
Тормош уртаһында ҡайнайбыҙИшмырҙа ауылы Советы биләмәһенә Ишмырҙа һәм Богачево ауылдары ҡарай. Бындағы 1355 кешегә ике ауыл хужалығы предприятиеһы, ике мәктәп, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике клуб, ике китапхана һәм бер балалар баҡсаһы тура килә. Ауыл биләмәһе менән 1997 йылдан алып был эштә ҙур тәжрибә туплаған Баязит Нурдәүләтов етәкселек итә. Башҡортостандағы муниципаль берәмектәрҙең IV съезы алдынан ул эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Билдәле булыуынса, ауыл биләмәһенең юридик нигеҙе булып ауыл Советы тора. Советҡа ун депутат һайланған, һәм улар халыҡтың бөтә ҡатламын да кәүҙәләндерә. Һуңғы һайлауҙа депутат корпусы ныҡ ҡына яңырыу кисерҙе, халыҡ депутатлыҡҡа йәш быуын вәкилдәрен һайлауҙы ыңғай күренеш тип баһаланы. Был — быуындар алмашыныуының тәбиғи сағылышы. Бөтә өлкәләрҙәге кеүек, бында ла етәксе кадрҙар әҙерләүҙең, совет осорондағылай, аныҡ уйланылған системаһы булмауы күҙгә салына — быға тиклем йәмәғәт эштәрендә тәжрибә туплаған, әҙерлекле кешеләр юҡ кимәлендә.
Һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтергә кәрәк: һуңғы йылдарҙа тауыш биргәндә сәйәси көрәш һүлпән булды. Ләкин заман үҙгәрә, Рәсәйҙә күп партиялылыҡҡа юл асылғанда республикала ла сәйәси көрәш көсәйә бара.
Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, киләһе йылдағы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлекте бөгөндән үк алып барыу зарурлығы көн кеүек асыҡ. Әгәр ҙә элекке кеүек хушкүңеллелек күрһәтһәк, парламентыбыҙға алдағы йылдың көҙөндә республика һәм халыҡ мәнфәғәттәрен һанға һуҡмаған сәйәси көстәрҙең күпләп килеү ҡурҡынысы бар. Шуға күрә көсөргәнешле көрәш шарттарында һайлау үткәреүҙең элекке алымдарын ҡулланыу мөмкин булмаясаҡ.
Мәҫәлән, әле ауыл халҡын бер урынға йыйып, ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу ҡыйынлаша. Ғәҙәттә, унда халыҡтың бик аҙ өлөшө ҡатнаша. Шуға күрә мөһим сәйәси кампаниялар осоронда урындағы ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итеү өсөн халыҡ менән кәңәшләшеү кәрәк булғанда, беҙ йыйылыштарҙы һайлаусыларҙың йәшәгән ерендә уҙғарыуҙы практикаға индерҙек. Унда, көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләрҙе ҡарауҙан тыш, округтан һайланған депутаттың отчеты тыңлана. Һәр бер ҡатнашыусы үҙен борсоған башҡа һорауҙарға ла яуап алыу мөмкинлегенә эйә була, үҙ-ара аралаша.
Ваҡытында Рәсәйҙә урындағы үҙидараны ойоштороуҙың төп принциптары тураһындағы 131-се Федераль законды ауыл биләмәләре кимәлендә ҙур өмөт менән ҡаршы алғайныҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ышанысыбыҙ тулыһынса аҡланманы. Бының төп сәбәбе — Федераль закондың аҙағынаса уйланып еткерелмәүендә. Ауыл биләмәләренә әлеге Закон нигеҙендә күп мәсьәләләрҙе үҙебеҙгә урында хәл итеү хоҡуғы бирелеүе ҡыуаныслы хәл. Әммә был хоҡуҡтарҙы тормошҡа ашырыуҙың финанс нигеҙе булмауы бөтә бирелгән хоҡуҡтарҙы юҡҡа сығарыу ғына түгел, беҙгә хәл итә алмаҫлыҡ яңынан-яңы проблемалар ҙа тыуҙырҙы. Бөгөн ауыл биләмәһе үҙ юлдарын йүнәтергә, халыҡты электр, һыу һәм газ менән тәьмин итергә, сүп-сар түгеү урындарын тәртиптә тоторға, мал ҡәберлектәре булдырырға, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларын тормошҡа ашырырға, урамдарҙы яҡтыртырға һәм башҡа мөһим проблемаларҙы кисекмәҫтән хәл итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта ауыл биләмәһе бюджетына был сараларҙы финанслау өсөн етерлек кимәлдә аҡса бүлеүҙе ҡарау күпселек осраҡта мөмкин түгел. Ғәҙәттә, киләһе йыл бюджетында хакимиәт аппаратын тотоуға, электр энергияһы, элемтә өсөн түләүгә генә сығымдар ҡарала. Бының төп сәбәбе — күпселек ауыл биләмәһе килеменең аҙ булыуы. Электән эшләгән ауыл хужалығы предприятиелары юҡҡа сыға килә, ғәмәлдәгеләре лә һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында түләү һәләтен юғалтты.
Ауыл биләмәләренең финанс мәсьәләләрен хәл итеүҙәге ҙур ярҙамы өсөн республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙең хәлде яҡшы аңлап, квартал һайын 100-әр мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген тапты, һөҙөмтәлә күп кенә хужалыҡ эштәрен башҡарыу мөмкинлеге алдыҡ. Ошондай аныҡ ярҙам арҡаһында быйыл Ишмырҙа ауылы зыяратын киңәйтеп кәртәләнек, Богачево ауылы зыяраты кәртәһен тулыһынса яңырттыҡ, ҡайһы бер урындарҙа юлды рәтләнек.
Шулай ҙа ауыл биләмәләренең даими килем базаһын тулыландырыу — республика, федераль кимәлдә хәл итеүҙе талап иткән проблема.
Әлбиттә, өҫтән ярҙам көтөп кенә ултырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ауыл биләмәләренә бөгөн бирелгән хоҡуҡтар нигеҙендә лә бюджеттың килем өлөшөн арттырыу буйынса мөмкинлектәр беҙҙең тарафтан тулыһынса файҙаланыла тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, буш ятҡан ерҙе ҡуртымға биреү, хужаһыҙ объекттарҙы муниципаль милеккә алып, уларҙы файҙаланыусыларҙан ҡуртым хаҡы алыу.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарының үҙ хәле лә маҡтанырлыҡ түгел. 131-се Федераль закон беҙгә бик күп бурыстар йөкмәткән, ә бына уларҙы үтәү өсөн финанс мөмкинлектәре бармы, юҡмы икәнен ҡарамаған. Төрлө кимәлдәге күҙәтеү органдары бөтә бурыстарҙы ла кисекмәҫтән хәл итеүҙе ошо закон нигеҙендә талап итә һәм, формаль яҡтан ҡарағанда, былар хоҡуҡи яҡтан төплө нигеҙләнгән. Күп осраҡта улар асыҡлаған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ваҡыт бирелмәй, ә шунда уҡ биләмә башлығына 3 меңдән 10 мең һумғаса штраф санкциялары ҡулланыла. Һөҙөмтәлә ауыл биләмәһе башлыҡтары йылдың бер-ике айын ошо штрафтарҙы түләү өсөн генә эшләргә мәжбүр. Был артабан да ошолай дауам итһә, ике бәлә тыуасаҡ: беренсенән, даими рәүештә ҙур күләмдә штраф түләүгә дусар ителгән әҙерлекле кадрҙар икенсе эшкә китеү яғын ҡараясаҡ, икенсенән, бында ҡалғандары ла штраф түләүҙең коррупцион юлдарын эҙләргә мәжбүр булыуы ихтимал.
Һуңғы бер-ике йылда республикала федераль кимәлдә финансланған төҙөлөш эштәренең йәнләнеүе күҙгә ташлана. Республика һәм район етәкселегенең ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүе — ҡыуаныслы хәл. Беҙҙең Ишмырҙа ауылында ла бынан туғыҙ йыл элек башлап та тамамланмаған һыу үткәреү селтәрен 2011 йылда яңынан төҙөй башланылар, һәм эш аҙағына яҡынлашып килә. Ауыл халҡының күпселеге бөгөн сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителде.
Ишмырҙа ауылында ошоға хәтлем газ үткәрелмәгән. Газ селтәре төҙөү тураһында һүҙ сыҡһа, халыҡ һуңғы йылдарҙа һүҙҙе сараһыҙҙан шаяртыуға бора: “Эйе, беләбеҙ: газ беҙҙең ауылға икенсе йыл киләсәк”. Ауыл биләмәһе хакимиәте проект-смета документтарын 2000 йыл башында уҡ әҙерләһә лә, төҙөлөшкә ошоғаса аҡса бүленмәне һәм, ниһайәт, быйыл бәхет беҙгә лә йылмайҙы — республика кимәлендә газ селтәре төҙөү өсөн финанс бүленде. Бер яҡтан, ҡыуанабыҙ, икенсе яҡтан, былар ҙа төҙөлөштө туғыҙ-ун йылға һуҙмаһа ярар ине тип хәүефләнәбеҙ.
Ошоға тиклем халыҡ тормошоноң матди нигеҙен ауыл хужалығы предприятиелары тәьмин итте. Ләкин “колхоз-совхоздарҙы һаҡлап алып ҡалайыҡ” тигән яңылыш фекер арҡаһында был предприятиелар бөгөн аяныслы хәлдә ҡалды, уңайлы ваҡытта — бынан 15–20 йыл элек реформалаштырылманы. Хужалыҡ итеүҙең баҙар шарттарына яраҡлашҡан формаларын инҡар итә килеү беҙҙе ошо хәлгә алып килде лә инде. Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендәге ауыл хужалығындағы шок терапияһы, бер яҡтан, насар булһа ла, икенсе яҡтан, шул ваҡыттағы матди базаны йүнсел ауыл кешеләренә биреү һәм хужалыҡ итеүҙең икенсе төрлө юлдарын файҙаланыу арҡаһында бер нисә йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе аяҡҡа баҫтырырға мөмкинлек тыуҙы.
Ә беҙҙең колхоз һәм совхоздарҙың күпселеге яйлап юҡҡа сыҡты, уларҙың матди-техник базалары әрәм-шәрәм ителде. Дөрөҫ, беҙҙең халыҡ коллектив хужалыҡтарҙа эшләргә өйрәнгән, ләкин хужалыҡ иҫәбен, сығымдарҙы, килемдәрҙе һанап барыу, кешене хеҙмәт һөҙөмтәләренән сығып матди ҡыҙыҡһындырыу кеүек мәсьәләләргә иғтибарҙың булмауы уңышҡа аяҡ салды ла инде.
Беҙҙең данлыҡлы Фрунзе исемендәге колхоз да 2000 йыл башында юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа ауылыбыҙ биләмәһендә ошо колхоздың матди-техник базаһы нигеҙендә ике хужалыҡ — “Байҡара агрофирмаһы” һәм “Богачевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторолдо, һәм халыҡтың бер өлөшө шунда эшләй. Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре Фәрит Үҙәнбаевҡа, Николай Трушинға рәхмәтем ҙур — ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, улар һәр ваҡыт ауылға ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡыш урамдарҙы ҡарҙан таҙарталар, сүплектәрҙе тәртиптә тоталар, төрлө саралар үткәргәндә финанс ярҙамы күрһәтәләр. Ә күпселек халыҡ Себер, Өфө, Магнитогорск, Сочи, Мәскәү тарафтарында эшләргә мәжбүр. Бер яҡтан, был ыңғай күренеш ғаиләне аҡса менән тәьмин итергә мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан, ир-ат айҙар, йылдар буйы ғаиләһенән, йортонан айырым йәшәргә мәжбүр, һәм балалар атайлы килеш атайһыҙ үҫә, йорт-ер оҙайлы осорға ҡарауһыҙ ҡала. Йәшәгән ерҙә эш урындары булдырыу еңел мәсьәлә түгел, әлбиттә, шулай ҙа республика кимәлендә был проблемаға иғтибар биреү кәрәк. Бөгөн Ишмырҙанан йөҙҙән ашыу, Богачевонан иллегә яҡын ир-егет ауылдан ситтә эшләргә мәжбүр. Һуңғы йылдарҙа улар араһында ғаиләле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күренә башланы.
Эш урындары тураһында һөйләгәндә, шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөһим урын ала. Бөтә ерҙәге кеүек, беҙҙә лә ваҡлап һатыу өлкәһендә был эш ярайһы уҡ үҫешкән. Һигеҙ һатыу нөктәһе халыҡтың көндәлек тауарҙарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Ә бына тауар етештереүсе эшҡыуарлыҡ әлегә насар үҫешкән. Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте буйынса өс кеше ярҙам алып, умартасылыҡты үҫтереүгә нигеҙ һалды, бер ғаилә йылҡысылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Ике ғаилә старт-ап йүнәлеше буйынса ярҙам алып, йылҡысылыҡ һәм икмәк бешереү менән шөғөлләнергә булды. Дүрт крәҫтиән хужалығы эшләй. Уларҙың бөтәһенә лә ауыл хакимиәте ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтергә тырыша.
2006 йылда ауыл хужалығы ерҙәрен халыҡҡа бүлеп биреү буйынса ҙур эш башҡарылды. Федераль закон рөхсәт иткән сиктәрҙә беҙ мөмкин тиклем күберәк ауыл кешеһенә пай ерҙәре биреп ҡалырға тырыштыҡ. Һөҙөмтәлә ауыл биләмәһенең 510 кешеһе һөрөнтө ерҙәргә шәхси милеккә хоҡуҡ алды, шуларҙың 95 проценты ергә хоҡуғын дәүләт теркәү органдарында нығытты, ләкин бөгөн халыҡ пай ерҙәренән ҙур файҙа күрә тип әйтеп булмай.
Ауыл халҡының тормошон матди яҡтан тулыландырыуҙың төп сығанаҡтарының береһе — малсылыҡ. Кеше сикләүһеҙ кимәлдә мал аҫрарға һәм унан килгән килем менән үҙенең сығымдарын ҡапларға тырыша. Малсылыҡ продукцияһының арзан булыуы, уны һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар, йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ һуңғы ике-өс йылда ауыл кешеләренең ихаталарындағы мал һанының күпкә кәмеүенә килтерҙе. Ишмырҙала 25 процентҡа тиклем, Богачевола 40 проценттан ашыу ихатала бөтөнләй мал аҫрамайҙар. Йылдан-йыл йәйге осорға көтөүсе табыу ауырлаша. Сәбәптәре: мал һаны ҡыҫҡарғас, көтөү аҡсаһы кәмене, етмәһә, ул ваҡытында түләнмәй. Эҫелә, ямғырҙа көнөнә 16-шар сәғәт мал көтөп, һуңынан кеше тупһаһында аҡсаһын һорап йөрөргә кем риза булһын? Быйыл Богачево ауылында малды сират буйынса көттөләр, шундай уҡ ысулға Ишмырҙала ла күсергә тура килер, моғайын.
Ауыл биләмәһе хакимиәттәренең эше йылдан-йыл арта, ә хакимиәт аппараты штаты элекке кимәлдә ҡала килә. Мәҫәлән, беҙҙең хакимиәттә ярты ставкаға эшләп, айына 2500 һум тирәһе хеҙмәт хаҡы алған белгестәр бар. Был ауыл ере өсөн дә бик аҙ, шуға күрә урындарға әҙерлекле, юғары квалификациялы кешеләрҙең килеүе икеле.
Ауыл биләмәһе башлығы шул уҡ ваҡытта ауыл Советы рәйесе, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ла булып эшләй. Уның ваҡытының күпселек өлөшө хужалыҡ эштәре, халыҡты ҡабул итеү, үрҙә әйтеп кителгән надзор органдарын ҡаршы алып оҙатыу, уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ яуап ҡағыҙҙары яҙыу кеүек көндәлек мәшәҡәттәрҙән тора. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыл биләмәһе башлығының биләмәнең вәкәләтле органы булған Совет, уның депутаттары менән эшләргә ваҡыты ла ҡалмай тиерлек. Шуға күрә, минеңсә, ауыл биләмәһе башлығының һәм ауыл Советы рәйесенең вәкәләттәрен айырыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Был осраҡта ауыл биләмәһе башлығы тулыһынса хужалыҡ-ойоштороу эштәре менән шөғөлләнеүгә мөмкинлек аласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сираттағы съезы алдынан коллегаларыма эштәрендә уңыштар, түҙемлек һәм ғаилә бәхете теләйем. Тормош шулай ҡоролған: бер проблеманы хәл итеүгә икенселәре сығып тора. Шулай булмаһа, бәлки, йәшәүе лә, эшләүе лә күңелһеҙ булыр ине.
Рәшит ҮТӘЕВ
яҙып алды.


Вернуться назад