Эш бөтөн йүнәлештәр буйынса бара13.12.2012
Эш бөтөн йүнәлештәр буйынса бараУн икенсе йылдың ун икенсе айындағы ун икенсе көндө Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттереү өсөн көткән, ахырыһы. Еренә еткергәс, еткерҙе Владимир Владимирович — Мөрәжәғәтнамә менән ул Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 12-лә таныштырҙы. Илдең мөһим сәйәси сараһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Президенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Владимир Путин мөһим документ өҫтөндә үҙе эшләгән. Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ әҙерләнмәй. Ни бары бер тапҡыр ғына — 2010 йылда — Дмитрий Медведев “Рәсәй, алға!” тип аталған мәҡәләлә, буласаҡ Мөрәжәғәтнамәһенең концепцияһын киң йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарып, бергә фекер алышырға саҡырғайны.
Билдәле булыуынса, әлеге Мөрәжәғәтнамә Владимир Путин өсөн — туғыҙынсыһы. Сәғәт ярым самаһы дауам иткән сығышында ул, нигеҙҙә, социаль өлкәләге ҡаҙаныштар, иҡтисад, сәйәсәт проблемалары, коррупцияға ҡаршы көрәш, йәштәргә ватансылыҡ тәрбиәһе биреү тураһында һөйләне. Шулай уҡ милли берҙәмлектең зарурлығына ла баҫым яһалды.
Ә. ИЛДУСОВА.

Рөстәм Хәмитов,
Башҡортостан Республикаһы Президенты:


— Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһе тулыһынса ил проблемаларына арнала. Ул дәүләттең берҙәмлеген нығытыуға һәм йәмғиәт нигеҙҙәрен тотороҡландырыуға йүнәлтелә. Башҡортостан Республикаһында Владимир Владимирович Путин ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән бик күп эшләйбеҙ. Был йәһәттән әлеге Мөрәжәғәтнамә минең өсөн “сәғәтте көйләү”, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, киләсәккә план билдәләү мөмкинлеге булараҡ яңғыраны. Демографик хәлде яҡшыртыу өсөн күп эш башҡарабыҙ — Башҡортостанда халыҡ һаны арта. Беҙ спорттың күмәк төрҙәрен үҫтерәбеҙ, халыҡ-ара ярыштар үткәрәбеҙ. Декабрь-ғинуарҙа Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, ә киләһе йыл яҙ VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. Ошо көндәрҙә Владимир Путин Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Президент советы ултырышы йомғаҡтары буйынса Өфөлә Паралимпия спорт әҙерлеге үҙәге төҙөү һәм уны 2014 йылдың 30 декабренә тиклем сафҡа индереү буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Беҙ халыҡтың һаулығын нығытыу, балалар баҡсаһына сиратты кәметеү, шәхси баҡсалар һанын үҫтереү мәсьәләләренә етди иғтибар бирәбеҙ. Декабрҙә мин мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу, уҡытыусыларҙың килемен иҡтисад буйынса уртаса күрһәткескә еткереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым. Башҡортостанға инвестиция әүҙем һалына, тимәк, яңы эш урындары барлыҡҡа килә, һалым һалыу базаһы киңәйә. Беҙ “смарт-йәмғиәт” йәки “аҡыллы” йәмғиәт тип аталған өр-яңы, заманса принциптарға таянып, йәмғиәтебеҙҙе яңырта башланыҡ. Ҡыҫҡаһы, Президент талап иткәнсә, бөтә йүнәлештәр буйынса эш алып барабыҙ.
Дәүләт һатып алыуҙары темаһын күтәреп, Владимир Путин федераль контракт системаһы тураһында закон ҡабул итеүҙе тиҙләтеү зарурлығын билдәләне. Беҙҙең өсөн был тезис айырыуса әһәмиәтле, сөнки Башҡортостан — ошо системаны ғәмәлгә индереү буйынса пилот төбәк. Беҙ дәүләт һатып алыуҙарының асыҡлығы өсөн даими көрәшәбеҙ. Әйтергә кәрәк, эш уңышлы бара. Быйыл республика һатып алыуҙарҙың асыҡлығы буйынса милли рейтингтың “Гарантияланған асыҡлыҡ” тигән иң юғары баһаһын алды, ошо күрһәткес буйынса 2009 йылдағы 34-се урындан, Мәскәүҙән генә ҡалышып, икенсе урынға күстек.
Ҡыҫҡаһы, ил төбәктәрҙең үҫеше менән ҡеүәтле. Мөрәжәғәтнамә ошо фекер менән һуғарылған. Ил Президенты билдәләүенсә, сәйәси системаны артабан да камиллаштырыуға, милләт-ара татыулыҡты һәм илдең берҙәмлеген нығытыуға, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән курс дауам итәсәк.

Константин ТОЛКАЧЕВ,
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:


— Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты илдең яҡын араға һәм киләсәккә үҫеш юлдарын билдәләне. Уның үҙенсәлеге — өҫтөнлөклө проблемаларҙың һәм уларҙы хәл итеү юлдарының аныҡлығында. Ул дәүләт идаралығы системаһын тулыһынса яңыртыуға, властың йәмғиәт алдындағы яуаплылығын арттырыуға, артабан халыҡ тормошон яҡшыртыу, коррупцияға ҡаршы көрәште көсәйтеү, йәмәғәтселек институттарын үҫтереү һәм граждандар башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, тип әйтергә була. Иң мөһиме — дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәлә һайлау алды кампанияһы барышында әйтелгән фекерҙәрен ижади үҫтергән.
Ҡыҫҡаһы, Владимир Путин Рәсәйҙе бай һәм имен ил итеү буйынса дөйөм бурысыбыҙҙы бәйән итте. Был алыҫ киләсәктә түгел, ә хәҙер эшләнергә тейеш. Тормошобоҙҙо бөгөндән үк яҡшы яҡҡа үҙгәртер ваҡыт етте. Бының өсөн беҙҙең мөмкинлек тә, теләк тә бар.


Вернуться назад