Маҡсат — урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү13.12.2012
Маҡсат — урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүРеспубликалағы муниципаль берәмектәрҙең сираттағы йыйынына етди әҙерлек алып барылды. Сараны ойоштороусылар үҙ алдына, һәр ваҡыттағыса, мөһим бурыстар ҡуя. Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм ИСХАҠОВ менән шул турала әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Рөстәм Әхмәт улы, III съездан һуң ике йыл ваҡыт үтеп китте. Ошо арала ниндәй эштәр башҡарылды? Ул саҡта ҡуйған бурыстар үтәлдеме?
— Ассоциацияның һуңғы ике йылдағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләр алдынан әҙерәк уның асылы тураһында әйтеп үтке килә. Беҙҙең Ассоциация сағыштырмаса йәш ойошма — ул 2006 йылда булдырылды. Төп маҡсаты: урындағы проблемаларҙы хәл итеү, бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, биләмәләрҙең комплекслы социаль-иҡтисади үҫеше буйынса төбәк һәм муниципаль-ара программаларҙы төҙөү һәм тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль берәмектәрҙең тырышлығын көйләү.
Бындай ойошмалар илдең барлыҡ төбәктәрендә лә бар. 2010 — 2012 йылдарҙа эшмәкәрлегебеҙ III съезда ҡабул ителгән резолюция һәм ҡарарҙар, Совет уставы нигеҙендә алып барылды. Йүнәлештәр бик күп төрлө.

— Улар тураһында анығыраҡ әйтеп китегеҙ әле.
— Мәҫәлән, урындағы үҙидара вәкилдәренә хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультация биреү. Ябай ғына кеүек тойолһа ла, үтә кәрәкле ул. Юрист кәңәштәрҙе телдән һәм яҙма рәүештә бирә. Уға һорауҙар электрон каналдар, телефон аша килә, шәхси осрашыуҙар ваҡытында ла ҡабул ителә. Көнөнә 15-ләп мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә ул.
Иң йыш осраған һорауҙар муниципаль берәмектең уставына һәм башҡа хоҡуҡи акттарына үҙгәреш индереүгә, урындағы норматив акттарҙы әҙерләүгә, прокуратура һәм күҙәтеү органдарының дәғүәләре буйынса сара күреүгә ҡағыла. Хакимиәт башлыҡтарына методик һәм мәғлүмәти ярҙам йөҙөнән ай һайын Рәсәй ҡануниәтендәге үҙгәрештәрҙе урындарға ебәреп торабыҙ.
— Кадрҙар әҙерләү буйынса эш нисек ойошторолған?
— Был йәһәттән беҙ республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Унда муниципаль кадрҙар йыл һайын тиерлек белемен камиллаштыра, төрлө курста белем ала. 2010 йылда урындағы үҙидараның мең ярымдан ашыу вәкиле белем кимәлен үҫтерҙе, былтыр 800 самаһы хакимиәт башлығы квалификация күтәреү курстарын үтте. Быйыл иһә шундай уҡ курстарҙа 500-ҙән ашыу муниципаль хеҙмәткәр уҡыны. Артабан да был йүнәлештә эш дауам итәсәк.
— Муниципаль хеҙмәттә вазифа биләү өсөн белемеңде камиллаштырыу ғына етәме? Уларға халыҡ менән эшләргә кәрәк бит...
— Эшмәкәрлектең үтә яуаплы икәнлеген аңлайбыҙ. Эйе, халыҡҡа иң яҡыны — муниципаль власть, быны инҡар итеп булмай. Берҙәм кадрҙар сәйәсәте алып барыу өсөн ассоциация ҡарамағында эксперт комиссияһы эшләй. Урындағы хакимиәттә контракт буйынса башлыҡ булып эшләргә теләүсе кандидаттарҙың әҙерлек кимәлен ул баһалай. Комиссия составына дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәтселек вәкилдәре, ғалимдар, юристар һәм башҡа белгестәр инә. Кандидат менән һөйләшеү үткәргәс, уны тауыш биреү юлы менән раҫлайҙар. Мәҫәлән, 2010 йылда Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Белорет, Благовещен, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ҡыйғы, Өфө һәм Учалы райондарына башлыҡтар тәғәйенләүгә бәйле эксперт комиссияһы ултырыштары үткәйне, былтыр алты тапҡыр йыйылдылар. 2012 йыл иһә был йәһәттән рекорд осоро булды, ни өсөн тигәндә, 55 район һәм ҡалала хакимиәт башлығы һайланды йәки яңынан раҫланды.
— Яңылышмаһам, йыл һайын муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында конкурс ойоштороп тораһығыҙ. Был турала анығыраҡ һөйләп китһәгеҙ ине.
— Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү күп яҡлап муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплылыҡ кимәленә һәм һөнәрмәнлегенә бәйле. Ентекле уйланылған һәм яйға һалынған эш кенә беҙгә республикала урындағы үҙидараның юғары һөҙөмтәле системаһын ойоштороу мөмкинлеге бирәсәк. Шуға ла бер нисә йыл рәттән “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” конкурсы уҙғарыла. Маҡсаты — урындағы үҙидара өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау һәм уларға булышлыҡ итеү, был һөнәрҙең абруйын арттырыу. Совет йыл һайын “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берекмәһе” конкурсын да ойоштора. Тиҫтәнән ашыу номинацияла һәр район һәм ҡала әүҙем ҡатнаша. Айырыуса Яңауыл, Туймазы, Илеш, Ҡариҙел, Шишмә, Ғафури, Иглин, Өфө райондары әүҙемлек күрһәтә. Былтыр тәүге тапҡыр йәш авторҙар араһында муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған “Минең илем — минең Рәсәйем” конкурсы ойошторолдо. Уның маҡсаты изге — йәштәрҙе муниципаль берәмектәр проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итеү. Бәйгелә 14–17 йәшлек уҡыусылар ҡатнашты, уларҙың ғәмәлгә ашырлыҡ уңышлы проекттары һайлап алынды.
— Яңы съезд ниндәй маҡсаттар ҡуя?
— Алдағы ике йылға муниципалитеттар алдына стратегик бурыстар ҡуйыласаҡ. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн резолюцияла аныҡ ҡарарҙар сағылыш табырға тейеш. Күҙаллауҙарым буйынса, унда территориаль ижтимағи үҙидараны булдырыу буйынса эште көсәйтеү, кадрҙар сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының “Ҡартлыҡ шатлыҡ булған ҡала” программаһын ғәмәлгә индереү һәм башҡалар инәсәк. Бынан тыш, ойоштороу мәсьәләләре лә ҡарала: Ассоциацияның яңы идара органдары һәм рәйесе һайланасаҡ, артабанғы эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнәсәк.


Вернуться назад