Уй-теләктәр уртаҡ13.12.2012
Әле йәмғиәтте иң борсоған һорауҙарҙың береһе — милли телдәрҙең яҙмышы. Ҡазан ҡалаһында үткән V Бөтә донъя татар конгресында ла төп иғтибар ошо мәсьәләгә йүнәлтелде.

Форумда Башҡортостандан 75 делегат һәм 26 ҡунаҡ ҡатнашты. Делегация етәксеһе, республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һуңғы йылдарҙа ике төбәк араһында мәҙәниәт, мәғариф, телде үҫтереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлектең айырыуса нығыныуын билдәләне. Мәҫәлән, һуңғы осорҙо ғына алғанда, Өфөлә Татарстандың даими вәкиллеге асылды, “Татарстан — Яңы ғасыр” телеканалы үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерә башланы. “Әммә проблема ла юҡ түгел, — тип билдәләй татар йәмәғәтселеге. — Әйтәйек, әле Башҡортостанда татар мәктәптәре — 238-гә, гимназиялар алтыға ҡалды, дөйөм алғанда, бындай уҡыу йорттары дүрт йыл эсендә 164-кә кәмене”.
Ғөмүмән, татар ҡәрҙәштәребеҙҙе лә глобалләштереү заманында милләтте, телде, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе борсой, һәм улар, конгреста ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, был йәһәттән ныҡлы эш башларға ниәтләй.
Д. МӘЖИТОВА.

Раил ӘСӘҘУЛЛИН, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, БДПУ ректоры:
— Сара ифрат эшлекле шарттарҙа үтте. Беҙҙең делегация етәксеһе Лилиә Ғүмәрованың, депутат Римма Үтәшеваның сығыштарын бик йылы ҡабул иттеләр. Иң “ауыртҡан” тема, әлбиттә, тел мәсьәләһе булды. Әлеге ваҡытта, һәр замандағы кеүек үк, татар һәм башҡорт халҡының уй-маҡсаты бер, теләктәре иш. Ниндәй генә ҡаршылыҡ булмаһын, уны еңеп сығырға мөмкин, бының өсөн берҙәмлекте көсәйтеү кәрәк. Конгреста был фекер тағы ла нығынды.


Вернуться назад