Сираттағы ултырышта төбәктәге административ реформалар, ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Сараны республика башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Президент ведомстволарға ҡағыҙ эшенән ҡотолорға, рәсмилекте кәметергә кәңәш итте.
– Федераль кимәлдә башҡарма власть органдары структураһын үҙгәртеү бынан биш йыл элек башланғайны, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ошо ваҡыт арауығында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү системаһы ныҡ үҙгәрҙе. Был беҙҙең дәүләт идараһының иң сибек урындарының береһе ине. Республика эшкә ныҡлап тотондо: власть органдарының һәр береһе мәғлүмәти бәйләнеш булдырҙы, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың административ регламенты ҡабул ителде, хеҙмәттәр күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәктәре асылды.
Президент белдереүенсә, проблемалар, яйға һалынмаған мәсьәләләр етерлек, улар ыңғай хәл итеүҙе көтә. Рөстәм Зәки улы тәү сиратта чиновниктарҙы ҡабаттан уҡытыу зарурлығын билдәләне.
Сараның икенсе өлөшөндә ауыл хужалығын үҫтереү программаһы тикшерелде. Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, Башҡортостан агросәнәғәтенең ҡаҙаныштары, яңылыҡтары тураһында һөйләне.
Әйтергә кәрәк, иҡтисади яҡтан әһәмиәтле тип иҫәпләнгән төбәк программаларын тормошҡа ашырыу ауыл хужалығының традицион булмаған йүнәлештәрен үҫтерергә ярҙам итә. Быйыл Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында ит малсылығын, сусҡасылыҡты, ҡошсолоҡто һәм мелиоратив системаларҙы үҫтереү менән бәйле биш программа конкурсты уңышлы үткән.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.