Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Time” журналы хәбәрсеһе Алисса Эмброуз, “New York Times” гәзите журналисы Мэттью Брауэр һәм “Oil and GasYear” баҫмаһы мөхәррире Джозеф Хэммонд менән осрашыу үткәрҙе. Сит ил ҡунаҡтарын иң элек Президенттың үҙ командаһы эшен нисек баһалауы ҡыҙыҡһындырҙы.
— Эшмәкәрлегебеҙҙәге ҡайһы бер һөҙөмтәләргә баһа бирергә мөмкин, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беренсенән, республика замансаға әүерелде, ул донъяла һәм йәмғиәттә барған хәл-ваҡиғалар өсөн асыҡ. Мин демократик азатлыҡты, аралашыуҙа ихласлыҡты, үҙ фекереңде белдереү мөмкинлеген күҙ уңында тотам. Хатта оппоненттарым да, “республикала һулыш алыу еңеләйҙе”, ти. Икенсенән, беҙ сәнәғәтте үҫтереүгә тырышлыҡ һалабыҙ, предприятиелар асыу өсөн ҙур инвесторҙарҙы йәлеп итәбеҙ. Киләһе йыл химия етештереүе, ағас эшкәртеү, машиналар эшләү менән бәйле бер нисә ҙур предприятие төҙөй башлаясаҡбыҙ.
Агросәнәғәт — иҡтисадтың мөһим тармағы. Беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Ошо кешеләргә лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм эш хаҡы тәьмин итергә тейешбеҙ. Өр-яңы техника менән йыһазландырылған заманса эш урындары булдырырға кәрәк. Фермер хужалыҡтары ойоштороу менән бер рәттән, ауыл хужалығында ҙур сәнәғәт предприятиелары асыу йәһәтенән эш алып барабыҙ.
Өсөнсө йүнәлеш — бизнесты, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Сәнәғәт етештереүе күләмендә бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ 20 процентты биләй. Был күп түгел. 30, 40 йәки 50 процент булһа, бәлки, ҡәнәғәтләнер инек. Ошоға ынтылырға кәрәк. Административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү буйынса эшләйбеҙ. Был йәһәттән ауырлыҡтар байтаҡ: муниципалитеттар, республика һәм Федераль үҙәк араһында вәкәләттәр айырылмаған. Беҙҙә ер ресурстары, мөлкәт комплексы насар файҙаланыла. Был мәсьәләләрҙә лә бюрократик ғәмәлдәр бихисап.
Дүртенсе йүнәлеш — йәмғиәтте мәғлүмәтләштереү. Беҙ мәғлүмәти йәмғиәт, йәғни смарт-йәмғиәт төҙөргә теләйбеҙ. Электрон белем биреү системаларын ғәмәлгә индереү йәһәтенән алға барабыҙ. Ошо йүнәлештә белгестәр әҙерләгән ҙур университеттар етерлек. Был мөмкинлекте файҙаланырға тейешбеҙ. Мәғарифты, мәҙәниәтте, интеллектуаль мөхитте үҫтереү мәсьәләләре ҙур әһәмиәткә эйә. Республикалағы мәғариф системаһы заманса, һығылмалы, интерактив булырға тейеш. Ошо йәһәттән дә эш алып барабыҙ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.