Указға ҡул ҡуйылды12.12.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендәге республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Йән башына уртаса килеме балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ошондай ғаиләләргә киләһе йылдың 1 ғинуарынан 1,5 — 3 йәшлек һәр бала өсөн 3 мең һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләү билдәләнә.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына 25 декабргә тиклем ошо аҡсаны түләү һәм индексациялау тәртибен раҫлауға тәҡдим итергә ҡушылды.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад