Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Учалы ҡалаһы һәм районында булды.
Ҡалала ул муниципаль филармонияны ҡарап сыҡты. Бында 11-се ижад миҙгелендә капиталь төҙөкләндереүҙән һуң концерт залы асылды. Учалы районындағы төп мәҙәниәт үҙәге 1970 йылда уҡ һалынған. Шул осорҙан бирле бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. 2000 йылда ғына бинаның алғы яғы менән ҡыйыҡ яңыртылған. Тап шул осорҙа “Таусы” мәҙәниәт йорто муниципаль филармония статусына эйә була.
Концерт залы заман талаптарына, тәү сиратта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә яуап бирмәй башлағас, былтыр яҙ уны ремонтҡа ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әле ул тулыһынса яңыртылған, электр, йылылыҡ, елләтеү, янғын һүндереү системалары, түбә һәм иҙән таҡталары алмаштырылған.
Төҙөкләндереү эшенә республика ҡаҙнаһынан 23 миллион һум, район бюджетынан 10 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Артабан Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы йәрминкәһенә юлланды. Унда аҙыҡ-түлектең төрлөлөгө, хаҡы менән ҡыҙыҡһынды, һатыусылар, һатып алыусылар менән аралашты. Урындағы халыҡ Президентҡа үҙҙәрендә етештерелгән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте арзан хаҡҡа һатып алыуы хаҡында шатланып һөйләне.
— Йәрминкәләрҙе артабан да ойошторасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты шулай уҡ “Техноплекс” заводында булды. Бында төрлө маркалы һәм күләмле күбекле полистирол плитәләр, битум һәм битум-полимер материалдар, праймер, мастик, рубероид етештерелә.
Рөстәм Хәмитов производствоны ҡарап сыҡҡас, завод директоры Фәрит Ғарифуллин менән продукция сығарыу, һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Асыҡланыуынса, заводта етештерелгән материалдар Урал төбәге, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, шулай уҡ Монголия баҙарҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Предприятие директоры әйтеүенсә, әле эшҡыуарҙар Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте яйға һалырға ниәтләй. Әммә республикала продукцияға әллә ни ҙур ихтыяж күҙәтелмәй.
— Төҙөүселәребеҙҙең башҡа төбәктәрҙә сығарылған материалдарға өҫтөнлөк биреүе аңлашылып етмәй. Төҙөлөш тармағындағы белгестәргә ошо йүнәлештәге эште тикшереү бурысын ҡуясаҡмын, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һеҙ Башҡортостанға файҙа килтерергә тейешһегеҙ. Цехтар йылдамыраҡ эшләгән һайын продукция артасаҡ, һөҙөмтәлә ҡаҙнаға һалым да күберәк киләсәк. Эште киңәйтергә кәрәк. Республика һалым льготалары, уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк. Завод Учалы ҡалаһына үҫергә ярҙам итәсәк.
Завод Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттарына объекттар һалыу буйынса партнер булырға әҙер. Өҫтәүенә предприятиела бындай тәжрибә бар. “Техноплекс” продукцияһы Владивостоктағы АТЭС саммитына объекттар төҙөүҙә файҙаланылған.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге филиалы республика етәксеһенең эш сәфәрендә киләһе пункт булды. 11 йыл элек ойошторолған үҙәктең төп тәғәйенләнеше — инвалид балаларға социаль-медицина, психологик-педагогик, социаль ярҙам күрһәтеү. Бында уларға физиотерапия, йылылыҡ менән дауалау, массаж яһау буйынса хеҙмәт күрһәтелә. Шулай уҡ сенсор кабинеты, тренажер залы, галокамера, ДФК бар.
Үҙәктә 36 кеше, шул иҫәптән дүрт педагог, табип-педиатр, психиатр эшләй. Былтыр стационар бүлексә асылған. Йыл башынан алып 300-ҙән ашыу кеше реабилитация үткән. Пациенттар араһында сабыйҙар, балалар, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр бар.
Рөстәм Хәмитов ата-әсәләр, медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.
— Йәмғиәт ҡаты сирләгән балалар мәсьәләләренә иғтибар бирә башланы. Инфраструктура, социаль объекттар, мәғариф учреждениелары үҫә. Учалылағы үҙәк — Башҡортостандағы иң яҡшыларҙың береһе, ләкин ундайҙар аҙ. Реабилитация үҙәктәре асырға кәрәк, бындай мәсьәләне башҡа төрлө юл менән хәл итеп булмай. Инвалид балаларҙың хәлен аңларға, күңелгә яҡын алырға кәрәк, — тине республика Президенты. — Мин инклюзив белем биреү яҡлымын. Бындай балаларҙы йәмғиәттән айырырға ярамай.
Реабилитация үҙәктәрендә балаларҙы дауалау ваҡытын 18-ҙән 21 йәшкә тиклем арттырырға кәрәк, тигән фекерҙә ата-әсәләр. Башҡортостанда йәш инвалидтар өсөн реабилитация үҙәктәре юҡ. 18 йәштән һуң ошондай учреждениеларҙан сығарылғандарға иғтибар юҡ тиерлек. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан парламенты депутаттарына мөрәжәғәт итергә һәм улар ярҙамында федераль ҡануниәткә тейешле төҙәтмәләр индерергә, инвалидтарҙы реабилитациялау программаһын эшләргә, шул иҫәптән ошондай үҙәктәрҙә эшләгән йәш белгестәргә өҫтәмә аҡса түләү, торлаҡ, башҡа социаль гарантиялар биреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
А. ХӘЛИЛОВ.