Партия проекттары — аныҡ эш күрһәткесе11.12.2012
— Партия проекттары — “Берҙәм Рәсәй” башҡарған аныҡ эштәрҙең ысын күрһәткесе ул. Бөгөн партия һәр кем өсөн аңлайышлы, ябай мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә, — тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһендә үткән отчет-һайлау конференцияһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Башҡортостан парламенты башлығы “Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары”, “Балалар баҡсаһы — сабыйҙарға”, “500 бассейн” кеүек проекттарҙы киң танылғандар иҫәбендә билдәләне.
Төбәк бүлексәһе ошондай документтарҙы эшләүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Пенсия реформаһына арналған “Лайыҡлы хеҙмәт — лайыҡлы киләсәк” социаль проекты шуларҙың береһе. Был башланғысҡа федераль һәм төбәк пенсия фондтары ла ҡушылды. Константин Толкачевтың фекеренсә, “Лайыҡлы хеҙмәт — лайыҡлы киләсәк” федераль етәкселектең директиваларын байтаҡҡа уҙып китте. Шул уҡ ваҡытта партия проекттарының динамикаһында һәм йөкмәткеһендә ҡайһы бер етешһеҙлектәр юҡ түгел, тип иҫәпләй парламент етәксеһе.
— Проект сараларының тормошҡа ашырылыуына, уларҙың һөҙөмтәләренә контролде көсәйтеү генә түгел, социаль базаны киңәйтеү, эшкә граждандарыбыҙҙы күпләп йәлеп итеү зарур. “Берҙәм Рәсәй”ҙең ҡатнашыуын талап иткән бурыстар бик күп, партия проекттары уларҙы тормошҡа ашырыуҙа төп урынды биләй, — тине Константин Толкачев.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад