Власть тәмен бер татығас…11.12.2012
Мысыр президенты Мөхәмәд Мөрсиҙең сигенергә мәжбүр булыуы, Италия премьер-министрының властан китергә теләүе, Николай Азаровтың яңынан власҡа килеү мөмкинлеге иғтибар үҙәгендә булды.

Мөрси бирешергә теләмәй


Мысырҙа 22 ноябрҙән бирле урам сыуалыштары бара. Бының төп сәбәбе — президент Мөхәмәд Мөрсиҙең үҙ вәкәләттәрен киңәйтеүгә ҡоролған декрет ҡабул итеүе. Ил халҡы Хөсни Мөбәрәктән һуң икенсе диктат ҡулы аҫтында йәшәргә теләмәне. Ысынлап та, Мөрси үҙенә сикләнмәгән власть булдырырға ниәтләгәйне. Әммә ул, ярһыған халыҡтың ҡыҫымына түҙә алмайынса, үткән шәмбе декретты өлөшләтә ғәмәлдән сығарыуы хаҡында белдерҙе. Илде сәйәси көрсөктән сығарыу буйынса һөйләшеүҙә төрлө партияларҙан биш тиҫтәнән ашыу вәкил ҡатнашҡан. Әммә был барлыҡ оппозиция ла килешкән тигән һүҙ түгел. Мысырҙың милли ҡотҡарыу фронты вәкилдәре илде сәйәси көрсөктән сығарыу буйынса йыйында ҡатнашырға теләмәгән. Улар фекеренсә, президент төп талапты – конституция декларацияһын ғәмәлдән сығарыуҙы һәм конституция ҡабул итеү буйынса референдумды һуңғараҡ ваҡытҡа күсереүҙән баш тартҡан. Билдәле булыуынса, 15 декабргә яңы конституция ҡабул итеү буйынса референдум көнө билдәләнгән. Оппозиция вәкилдәре яңы конституция ил халҡы мәнфәғәттәренә тап килмәй, тик власть структуралары өсөн генә ҡулай тип законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Ә Мөрси ошо законды ҡабул итеү яғында. Халыҡ иһә икегә айырылып, берәүҙәре “Мосолман ҡәрҙәштәр” фирҡәһе яғында булһа, икенселәре — уларға ҡаршы. Урам сыуалыштары төндә булғанлыҡтан, кемдең кем яҡлы икәнен дә асыҡ ҡына айырырлыҡ түгел. Армия иһә әлегә президентты ла яҡламай, халыҡҡа ла ҡаршы бармай ике ут араһында тороп ҡалды. Ошондай шарттарҙа президентҡа алтын урталыҡты табыу кәрәктер. Шулай булмаһа, уның үҙен дә Мөбәрәк яҙмышы көтөүе бар. Ә әлегә референдум һөҙөмтәләрен генә көтөргә ҡала. Халыҡ тауыш биреүгә килерме-килмәҫме, берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай.

Һикһәндә һикереп атҡа менмәксе

Һәр төрлө ғәйепләүҙән һуң да аҡтан-аҡ, пактан-пак булып ҡала белгән, сәйәси аренала Рәсәйҙең теләктәше булған Италияның элекке премьер-министры Сильвио Берлускониҙың инде дүртенсе тапҡырға власҡа килеү ихтималлығы бар. Үткән аҙнала илдең ғәмәлдәге премьер-министры Марио Монти парламенттың 2013 йылға бюджет ҡабул итеүенән һуң властан китәсәге хаҡында белдерҙе. Парламент республикаһы булған Италияла һайлау 2013 йылға тәғәйенләнгән. Сильвио Берлускони унда ҡатнашасағын белдергән дә инде.
Марио Монти был яңылыҡты ишеткәндән һуң властан китергә булған. Ул ил менән идара иткән осор Италия өсөн бик шәптән булманы шул. Ил иҡтисады көрсөккә килеп терәлде, эшһеҙлек, һалым ставкаһы, шуның менән бергә халыҡтың ғәмәлдәге ил етәкселегенә ҡарата ризаһыҙлығы артты. Был инде сәйәси көрсөккә килтерҙе. “Халыҡ азатлығы” фирҡәһе, асыҡтан-асыҡ Монти алып барған сәйәсәт менән ҡәнәғәт түгеллеген белдереп, парламентта уға ҡаршы сыҡты. Ошо партияның яҡлауын юғалтыуы ла Монтиҙы властан китеүгә этәргәндер ҙә. Ни өсөн тигәндә, партияның рухи юлбашсыһы булып Сильвио Берлускони тора. Монти бөгөн үҙе теләп властан китмәгән осраҡта, һайлауҙа еңеп сығырына өмөт юҡ. Шуға ла ул имен саҡта ҡотолайым тигәндер. Ә 76 йәшлек Берлускониға килгәндә, уға үҙен аҡлар өсөн дә власть кәрәк. Билдәле булыуынса, быйыл октябрҙә һалым махинациялары өсөн уны хөкөмгә тарттырғайнылар. Башта уға дүрт йыл иркенән мәхрүм итеү янай ине. Һуңынан шартлы рәүештә бер йылға хөкөм иттеләр, һәм өс йыл һуҙымында дәүләт власы органдарында яуаплы вазифа биләй алмай тигән ҡарар ҡабул ителде. Хәҙер уның адвокаттары ошо ҡарарҙы ғәмәлдән сығартыу өҫтөндә эш алып бара. Әгәр ҙә уларҙың эше килеп сыҡһа, Сильвио Берлускониҙың дүртенсе тапҡырға премьер-министр булып китеү ихтималлығы бар. Һикһән йәшен премьер вазифаһында ҡаршыларға уйлай, күрәһең.

Үҙенсәлекле сәйәси аҙым

Күрше Украинала ла яңы премьер-министр һайлау көтөлә. Билдәле булыуынса, быйыл 3 декабрҙә президент Виктор Янукович Николай Азаров етәкселегендәге Хөкүмәтте отставкаға ебәргәйне. Николай Азаров был вазифаға 2010 йылда тәғәйенләнгәйне. Ике йылдан һуң уның кинәт кенә отставкаға ебәрелеүен, әлбиттә, береһе лә көтмәне. Үткән аҙнала шул билдәле булды: Виктор Януковичтың Азаровты отставкаға ебәреүе сәйәси, хәйләкәр аҙым ғына булған, күрәһең. Ни өсөн тигәндә, яңы парламентҡа Виктор Янукович ҡайтанан шул уҡ Николай Азаров кандидатураһын тәҡдим итте. Украинала октябрҙә уҙған парламент һайлауында “Төбәк партияһы” еңде. Ғәмәлдәге власть партияһы һайлаусыларҙың 30 процент тауышын йыйыуға өлгәште. “Батькивщина” һәм “Удар” партиялары унан 5 процент самаһы ғына ҡалышты. Әле килеп Януковичтың парламенттың яңы составына элекке премьерҙы ҡайтанан тәҡдим итеүе оппозиция вәкилдәренең ышанысын яулау өсөн кәрәккәндер тип уларға ерлек бирә. Яңы премьер-министрҙы 12 декабрҙә раҫлау көтөлә. Унан һуң министрҙар кабинетын формалаштырыу башланасаҡ. Хөкүмәт башлығы элекке булғас, күп кенә министрҙар ҙа үҙ урындарын һаҡлап ҡалыр, моғайын. Дөрөҫ, әле үк бер нисә министр вазифаһынан ҡолаҡ ҡаҡты. Әммә был Хөкүмәттә ҙур үҙгәрештәргә килтермәйәсәк.

Шау-шыулы шарап тәме

Рәсәй Грузия менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яйларға ынтыла. Шуның бер дәлиле — грузин шарабын һәм “Боржоми” минераль һыуын Рәсәйгә индерә башлау хаҡында һүҙ алып барыла. Был хаҡта үткән аҙнала Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе. 2006 йылда Рәсәй-Грузия мөнәсәбәттәре киҫкенләшеп киткәндән һуң был тауарҙарҙы беҙгә индереүҙе тыйғайнылар. Сәбәбе лә тиҙ табылды: Роспотребнадзор шарап менән минераль һыуҙа кеше организмы өсөн зарарлы матдәләр барлығын белдерҙе. 2008 йылдағы һуғыштан һуң Рәсәй халҡы башҡаса грузин шарабын күрмәҫ төҫлө ине. Юҡ икән шул, Грузияла власть алмашыныу менән барыһы ла үҙгәрҙе, хатта шарап менән минераль һыуҙың сифаты ла. Эйе, бөгөнгө заманда хатта һыу тәме лә сәйәсәткә бәйле шул, ни хәл итәһең...
Самат Ғәлиуллин.


Вернуться назад