Константин Толкачевты һайланылар07.12.2012
Кисә “Берҙәм Рәсәй” ағзалары сәйәси партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһенә секретарь һайланы. Был юлы ла Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа ышаныс белдерелде.
Отчет-һайлау конференцияһына партияның район һәм ҡала бүлексәләренең һәр ҡайһыһынан 400 самаһы делегат килде. Мөһим сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте вәкилдәре лә ҡатнашты.
Президент Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында уҙып барған йылда башҡарылған сәйәси ғәмәлдәргә һәм партияның төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә баһа бирҙе, Рәсәй Президентын һайлау кампанияһының юғары кимәлдә үтеүен айырыуса мөһим тип билдәләне.
— Һайлау йомғаҡтары — власҡа ышаныстың төп күрһәткесе. “Берҙәм Рәсәй” йыйған тауыштар халыҡтың илдәге хәлдәргә баһаһы булараҡ ҡабул ителә. Быйыл Рәсәйҙең сәйәси тормошо ҙур үҙгәреш кисерҙе: партия монополияһы бер ни тиклем кәмене, — тине Рөстәм Зәки улы. — Киләсәктә яңы партиялар, шул иҫәптән оппозиция сафы артыр, моғайын. Быларҙың барыһы ла ыңғай күренеш, сөнки сәйәси дәғүәселекте арттыра. Ҡурҡырға ярамай, һөҙөмтәлә халыҡ тормошо яҡшырасаҡ бит.
Президент республика власы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы алдында торған бурыстарҙы билдәләне. “Аҡыллы” йәмғиәт идеяһын бойомға ашырыу, республикабыҙ халҡына хәүефһеҙ мөхит тәьмин итеү, имен, сифатлы тормош өсөн шарттар тыуҙырыу мөһимлеге хаҡында әйтелде.
Константин Толкачев иһә партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, атҡарылған эштәрҙе һәм алда торған бурыстарҙы бәйән итте. Партия проекттары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Яңыраҡ ғәмәлгә индерелә башлаған “Яҡташтар” проектына айырым иғтибар бирелде. “Башланғысты республика йәмәғәтселеге дәррәү күтәреп алды, һәм ул дөйөм халыҡ проектына әйләнде”, — тине төбәк бүлексәһе секретары.

Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад