Бүләк итә алаһығыҙ06.12.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@ mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Бүләк итә алаһығыҙ

— Миңә мираҫҡа ауылдағы өйҙөң яртыһы эләкте. Йорт мираҫсылар араһында бүленмәгән. Мин үҙемдең өлөшөмдө башҡа берәүгә бүләк итә аламмы?

Зөфәр, Ишембай районы.

— Әлбиттә, кемгә теләһәгеҙ, шуға бүләккә бирергә хоҡуғығыҙ бар. Һеҙ — йортҡа дөйөм милекте бүлешеүҙә ҡатнашыусы. Тимәк, үҙ өлөшөгөҙҙө һата, бүләк итә, мираҫҡа ҡалдыра йәки үҙ ихтыярығыҙға ҡарап башҡа төрлө файҙалана алаһығыҙ. Был осраҡта йорттоң ысын мәғәнәһендә бүленгәнме-юҡмы икәнлеге мөһим түгел. Әммә үҙ өлөшөгөҙҙө сит кешегә һатҡан йәки алмаштырған осраҡта, Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексындағы 250-се статьяға ярашлы, милектең икенсе яртыһына хужаларҙың башҡалар алдында һатып алыу йәһәтенән өҫтөнлөгө бар. Бүләк итеүгә бәйле бындай ҡағиҙә юҡ.

Тыл ветерандарының
ундай хоҡуғы юҡ

— Атайыма 85 йәш. Һуғышта ҡатнашмаған, сөнки уны бронь буйынса алып ҡалғандар. Был турала документтар бар. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына түләүһеҙ бирелгән фатирға ул дәғүә итә аламы?

Фаягөл, Әлшәй районы.

— “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тип Ватанды һаҡлау буйынса һуғышта йәки хәрби хәрәкәт барған урындарҙа ғәскәри частарҙы тәьмин итеүҙә ҡатнашҡандар; 1941 — 1945 йылдарҙа кәмендә алты ай дауамында хәрби хеҙмәттә булғандар йәки тылда эшләгәндәр (СССР-ҙың ваҡытлыса оккупацияла булған территорияларындағы хеҙмәт осоро иҫәпкә индерелмәй); СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хеҙмәт өсөн бирелеүсе ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгәндәр таныла. Федераль закон төбәктәргә һуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен үҙаллы көйләү хоҡуғы бирә. Тимәк, был мәсьәлә буйынса Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Законына таянырға кәрәк. Ул ҡануниәттең 20-се статьяһына ярашлы, тыл хеҙмәткәрҙәренең түләүһеҙ торлаҡ майҙанына хоҡуғы юҡ.

Законды үтәргә
тейешһегеҙ

— Компания хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартҡан саҡта бер проблема килеп сыҡты. Рәсәй Хеҙмәт кодексы буйынса эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыуы тураһында халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү хеҙмәтенә был хаҡта белдерергә бурыслы түгел. Шул уҡ ваҡытта “Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү тураһында”ғы Закон буйынса быны хәбәр итеү кәрәк тиелгән. Был осраҡта нимә эшләргә?

Руслан, Өфө ҡалаһы.

— “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законының 25-се статьяһына ярашлы, ойошманы бөтөрөү йәки шәхси эшҡыуар үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан һәм шуға бәйле хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартҡан осраҡта, эш биреүсе ойошма — ике айҙан кәм булмаған, ә эш биреүсе шәхси эшҡыуар ике аҙнанан кәм булмаған осорҙа был хаҡта яҙма рәүештә мәшғүллек үҙәгенә хәбәр итергә тейеш. Унда һәр хеҙмәткәрҙең һөнәре, вазифаһы һәм квалификацияһына талаптары, эш хаҡы шарттары күрһәтелергә тейеш. Әгәр ҙә ҡыҫҡартыу бик күп кешенең эшһеҙ ҡаласағын күҙаллаһа, был хаҡта өс айҙан алдараҡ хәбәр итергә кәрәк.
Ысынлап та, илдең Хеҙмәт кодексында эш биреүсегә бындай йөкләмә һалынмай. Әммә Кодекстың 22-се статьяһына ярашлы, эш биреүсенең төп бурысы — хеҙмәт ҡануниәтен һәм башҡа норматив акттарҙы үтәү. Ә “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законы хеҙмәт ҡануниәтен булдырыусы шундай акттарҙың береһе. Шулай итеп, Хеҙмәт кодексында был хаҡта туранан-тура әйтелмәһә лә, һеҙ уны үтәргә тейеш.


Вернуться назад