Аныҡ йүнәлештәр билдәләнгән05.12.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә бәйле фекерҙәр килеүен дауам итә. Уларҙың бер нисәүһе — һеҙҙең иғтибарға.
Илдар ҺАҘЫЕВ, республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры:
— Президент Рөстәм Хәмитов үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә министрлыҡ өсөн киләһе йылға аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Беҙҙән экология мониторингының заманса кимәленә сығыу талап ителә. Был йәһәттән эш башланды. Мәҫәлән, яҡын арала атмосфера һауаһы торошон контролдә тотоусы ике күсмә лаборатория ҡайтарыласаҡ. Ҡалдыҡтар менән һөҙөмтәле эшләү буйынса ла мөһим бурыстар ҡуйыла. Әле, республиканың маҡсатлы программаһына ярашлы, сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса пилот проекты эшләнде. Ул тәбиғәтте һаҡлау һәм санитария-гигиена талаптарына ярашлы ҡалдыҡтарҙы хәүефһеҙ юҡҡа сығарыуҙы тәьмин итәсәк.
Киләһе йылды тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арнау предприятиелар, фән, йәмәғәтселек һәм власть вәкилдәрен экология мәсьәләһен хәл итеүҙә берләштерә.

Зөлфиә ХӘБИБОВА, ауыл мәҙәниәт йорто директоры:
— Республикала мәҙәниәткә иғтибар юҡ тип әйтеп булмай, әлбиттә, шулай ҙа ул һуңғы йылдарҙа һүлпәнәйә төшкән кеүек ине. Әлеге Мөрәжәғәтнамәлә быға мөһим урын бирелеүе шатландырҙы. Президент баш ҡалалағы ҙур мәҙәниәт һарайҙары менән бергә ауыл клубтарының да яҙмышы өсөн борсолоуын белдерҙе. Ысынлап та, матди мөмкинлектәр сикле булыуы арҡаһында үҙешмәкәр артистар, театрҙар, халыҡ коллективтары һөҙөмтәле эшләй алмай. Моғайын, дәүләт кимәлендә иғтибар булғас, артабан хәлебеҙ яҡшырыр.

Тимур ҒӘМБӘРОВ, инженер-эколог:
— Һөнәри ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, Мөрәжәғәтнамәнең экологияға арналған өлөшөн диҡҡәт менән уҡып таныштым. 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү — бик ваҡытлы ҡарар. Экология торошо көндән-көн хөртәйә. Республикабыҙҙы таҙараҡ итеү өсөн халыҡтың экология мәҙәниәтен күтәреү генә ярҙам итмәйәсәк. Бер кем өсөн дә сер түгел: һауаны, тирә-яҡты, һыуҙы иң нығы завод-фабрикалар бысрата, шуға күрә предприятиеларға яңыртылған таҙартыу ҡорамалдары ҡуйыу өсөн бюджеттан аҡса бүлеү кәрәктер. Эйе, улар үҙ көсө менән генә быны эшләй алмай. Айырыуса асфальт-бетон заводтарына заманса ҡорамалдар етмәй.

Руслан ҒӘЛИМОВ, уҡытыусы:
— Йыл да ҡалдырмай тыңлайым Мөрәжәғәтнамәне. Алдағы йылдың нисек үтерен, ниндәй йүнәлештәргә иғтибар бүленерен билдәләүсе документ бит ул. Һуңғыһында экологияға һәм мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүленде. Быны бик дөрөҫ тип иҫәпләйем. Тирә-яҡты, тәбиғәтте һаҡлау — һәр кемдең бурысы, һәм был эштә дәүләтһеҙ ҙә булмай. Етәкселек хәлде көйләргә тейеш, ҙур ғына сығымдар ҙа талап ителә. Экологиябыҙ яҡшырыр тип өмөтләнәм.

Зариф КӘБИРОВ, студент:
— Республикала “аҡыллы” йәмғиәт булдырыу идеяһы оҡшаны. Тимәк, властың асыҡлығы тәьмин ителәсәк, дәүләттең идара итеү процесына мәғлүмәт технологиялары инәсәк. Ғөмүмән, Рөстәм Хәмитов власҡа килеүе менән үк үҙенең алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы кеше икәнлеген күрһәткәйне. Әлеге идеяны тормошҡа ашырыу бөтәбеҙҙең дә тормошон яҡшыртыр ине, тип уйлайым.

Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.


P.S. Здесь можно купить камины по хороший цене. Подробные описания каминов можно посмотреть на сайте http://loco-ignis.com


Вернуться назад