Беҙҙең өсөн мөһим йүнәлештәр05.12.2012
Әсғәт Ғүмәров,
Энергоресурстар транспорты мәсьәләләре институты директоры, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе:
— Башҡортостан Президентының 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү тәҡдимен бик мөһим тип иҫәпләйем. Ошо тәҡдимгә бәйле һуңғы арала төбәктә әүҙем тикшерелгән шихандарҙы һаҡлап ҡалыу, бер үк ваҡытта “Сода” йәмғиәтен сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһенең әһәмиәте арта. Был мәсьәлә менән Йәмәғәт палатаһының экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комиссияһы рәйесе Илдар Юлбарисов шөғөлләнәсәк.

Валерий Лебедьков,
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары:
— Республика Президентының Мөрәжәғәтнамәһе — граждандар тормошоноң бөтә өлкәләрен үҙ эсенә алған күләмле һәм йөкмәткеһе буйынса тулы документ ул. Минеңсә, иң мөһиме — экология мәсьәләләренең аныҡ билдәләнеүе. Улар беҙҙең комитет өсөн яҡын. Республика Президенты экология проблемаларын тәүгә генә күтәрмәй. Уларҙы хәл итеү ведомство-ара әүҙем эшмәкәрлек, ваҡыт талап итә. Төбәктәге ҡайһы бер мәсьәләләрҙе федераль кимәлдә генә көйләргә мөмкин. Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге вәкәләттәрҙе үҙәкләштерергә кәрәк. Башҡортостанда тәбиғәт объекттарын һаҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ программалар эшләнде, әммә әлегә уларҙың барыһы ла тулыһынса тормошҡа ашырыла тип әйтеп булмай. Шуға күрә закон сығарыусылар, шулай уҡ тотош йәмғиәт алдында ҙур эш тора.

Эльвира Юнысова,
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары:

— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәләренең барыһында ла йәштәр хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Йәштәр һәр осорҙа ла йәмғиәт үҫешендә мөһим ресурс, прогрестың этәргесе булды. Кеше тормошондағы иң мөһим социаль ваҡиғалар: белем алыу, һәләттәреңде тормошҡа ашырыу, ғаилә ҡороу, һөнәр һайлау ошо йәшкә тура килә. Рөстәм Хәмитов ошо Мөрәжәғәтнамәһендә йәмғиәтебеҙҙең сәйәси, социаль-иҡтисади тормошондағы йәштәр башланғыстарының әһәмиәтен билдәләне. Республикала ҙур үҙгәртеп ҡороуҙар бара, бөтә өлкәләрҙә “смарт-йәмғиәт” принцибы буйынса яңыртыуҙы тормошҡа ашырыу, юғары технологиялы “аҡыллы” иҡтисад булдырыу бурысы ҡуйылды. Йәштәр ошо эшкә өлөш индермәһә, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә белем кимәлен күтәреү, белем культы булдырыу бөгөн йәштәр өсөн бик мөһим. Республикала йәштәр сәйәсәте өлкәһендә ҙур ҡануниәт базаһы эшләй. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренсе булып йәштәр сәйәсәте, үҫмерҙәр, балалар клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтеү тураһындағы закондарҙы ҡабул итте.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад